Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 16:30

Президент гранттары алыуға әле үк әҙерләнә башлағыҙ

“Иң мөһиме – үҙегеҙгә ышанығыҙ. Грантты алырға ғына түгел, һуңынан уның буйынса отчет бирергә лә әҙер булырға кәрәк".

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге “Президент гранттары конкурсына әҙерлек, бөгөндән үк нимәләрҙе эшләй башларға?” тигән темаға вебинар уҙғарҙы. Унда был эште башҡарыуҙың иң мөһим урындары ҡаралды.
Үҙәктең баш белгесе Гүзәл Ҡадирова 2021 йылдың 1 февралендә Президент гранттарының икенсе конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башлаясағы, уға әҙерлек өсөн ниҙәр эшләй башларға кәрәклек хаҡында һөйләне.
1. президентскиегранты.рф сайтында теркәлергә. Логин һәм паролде юғалтмағыҙ!
2. Документтарҙы өйрәнегеҙ. “95 процент осраҡта Президент гранттары конкурстарының положениелары бер-береһенә оҡшаш. Шуға күрә февралдә ғариза бирергә уйлаһағыҙ, элекке конкурстарҙың положениеларын өйрәнеү зыян итмәйәсәк”, - тип билдәләне Гүзәл Ҡадирова.
3. Президент гранттары фондының “Документтар” бүлегенә инеп ғариза шаблонын алырға һәм уны әлегә Word форматында тултырып ҡуйырға мөмкин. 1 февралдә ундағы мәғлүмәтте сайтта үҙеңдең шәхси кабинетыңа күсереү еңел буласаҡ. Ғаризала үҙ проектығыҙ ярҙамында ниндәй проблема хәл ителәсәген аныҡ билдәләгеҙ. Һеҙ уның көнүҙәк һәм мөһим булыуын раҫларға тейешһегеҙ. Артабан маҡсат, бурыстар билдәләнә, команда туплана, бюджет эшләнә. Быларҙың барыһын да нигеҙләп яҙыу зарур.
4. Әле үк партнерҙар табып, уларҙың ярҙам итәсәген хаттар менән нығытырға мөмкин. Бындай хаттар һеҙҙең проекттың көнүҙәклеген раҫлаясаҡ. Ә партнерҙарҙың проектҡа индерәсәк өлөшө, был йүнәлештәге тәжрибәһе һеҙҙең файҙаға ғына буласаҡ.
5. Әҙерлектең тағы бер мөһим йүнәлеше – коммерцияға ҡарамаған ойошманың (НКО) мәғлүмәти асыҡлығын үҫтереү. Ул был йәһәттән ни тиклем асыҡ, уға ышаныс та шул ҡәҙәр ҙурыраҡ буласаҡ. Сайтта ойошманың нимә менән шөғөлләнеүе асыҡ күренергә тейеш, йыллыҡ отчеттарҙы һәм башҡа кәрәкле документтарҙы ҡуйығыҙ. “Социаль селтәрҙәрҙә лә танылыу кәрәк, ундағы аккаунттарығыҙ йәнле, ҡыҙыҡлы булырға тейеш”, - тине Ресурс үҙәге хеҙмәткәре.
6. Президент гранттары фонды профилде “Созидатели” сайтында булдырырға кәңәш итә. Уның интернеттағы адресы: https://www.sozidateli.ru/. Сайтҡа проектты ғәмәлгә ашырасаҡ команданың һәр ағзаһы тураһында мәғлүмәт ҡуйығыҙ, шул саҡта фонд эксперттары һеҙҙең башланғысты аҙағынаса алып барып сыға алырлыҡ мөмкинлеккә эйә икәнегеҙгә ышанасаҡ. Ошоғаса алынған рәхмәт хаттары, сертификаттар һәм дипломдарҙы ҡуйыу ҙа хуплана. Ғаризалағы барлыҡ юлдарҙы тултырыу – мотлаҡ шарт.
Вебинар һуңында Гүзәл Ҡадирова ғариза биреү эшен һуңғы көнгәсә – 15 мартҡа тиклем ҡалдырмаҫҡа кәңәш итте, сөнки сайтта техник етешһеҙлектәр булыуы ла ихтимал.
“Иң мөһиме – үҙегеҙгә ышанығыҙ. Грантты алырға ғына түгел, һуңынан уның буйынса отчет бирергә лә әҙер булырға кәрәк. Президент гранттары буйынса конкурстың отчеты бик киң күләмле. Был йәһәттән Фондтың кураторҙары ярҙамға килә ала. Әгәр ғаризала проектта 100 кеше ҡатнаша тип белдерәһегеҙ икән, ысынлап та 100 кеше икәнен раҫларға ла кәрәк буласаҡ”, - тигән кәңәштәрен еткерҙе Гүзәл Ҡадирова.
Читайте нас