Рияз Нияз улы МӘСӘЛИМОВ – тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө педагогия институты доценты. Ул тарихты яңы методологик нигеҙҙә асыуы, сит илдәрҙә лә ғилми әҫәрҙәр сығарыуы менән билдәле. Киләсәкте яҡшы итеү өсөн тарихыңды белеү кәрәк, тиҙәр. Әлеге фән әһелдәре күҙлегенән ҡарағанда, беҙ был хәҡиҡәтте аңлап эш итәбеҙме?
– Һәр профессионалдың уңышлы хеҙмәт карьераһына нигеҙ бала саҡтан тигәндәй һалына. Тарихсы һөнәрен һайлауығыҙға нимә этәргес бирҙе?
– Рәхмәт, шулай ололап “профессионал” тип атағанығыҙға, ләкин үҙемдең фән һәм педагогия өлкәләрендәге карьерамды үтә уңышлы тип һанай алмайым. Һәр һөнәрҙә ҙур ҡаҙаныштар өсөн оҙайлы тотороҡло ижтимағи-сәйәси ҡоролош һәм идеология шарттары зарур. Беҙгә ундай бәхет тәтемәне...
Учалы районындағы мәктәп йылдарым (1961–1971) совет осороноң хосусиәтле бер мәленә тура килһә, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүем, унан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡыуым, йәғни 1973–1980 йылдар, совет заманаһының икенсе сифаттағы арауығында уҙҙы. Мәктәптә математика, география һәм тарих ҡыҙыҡһындыра торғайны. 1971 йылда БДУ-ның физика-математика факультетына инергә барҙым, ләкин физиканан имтиханды бирә алманым. Был беренсе еңелеүем ине. Һабаҡ та булды: сит телдәр белеү, математик мәсьәләләр сисеү буйынса ярыштарҙа еңеү, шахматта оҫта уйнау – улар ғына етмәй, ә тәбиғәт һәм тормош ҡанундарын белеү, физик феномендарҙы аңлау мотлаҡ, әлбиттә.
Тарих менән ныҡлап армияла хеҙмәт иткәндә ҡыҙыҡһына башланым. Батальон замполиты майор Краснопольский миңә ротала политдәрестәр үткәреүҙе йөкмәтә торғайны. Сит телдәрҙе һәм географияны яҡшы белгәс, НАТО, СЕНТО һәм СЕАТО илдәре хаҡында дәрестәр алып барыуға йәлеп иттеләр. Тиҫтәләгән илдең тарихын һәм географияһын етди өйрәнергә ярҙам итте ошо шөғөл. Армиянан ҡайтҡас та, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ БДУ-ның тарих факультетына имтихандар тапшырып, студент булып киттем. Университетты тамамлағас, Бөрө дәүләт педагогия институтына ассистент итеп алдылар. Бер ваҡытта ла педагог булырмын тип уйламағайным. Бәхеткә, юғары уҡыу йортонда фән менән шөғөлләнеү мәжбүри икән. Ә быныһы минең өсөн файҙаға ғына булды.
– Тарих фәне йомаҡтар һәм “аҡ таптар”ға бай. Улар һеҙҙе студент йылдарында лә йәлеп иткәндер. Тәғәйен алғанда, ниндәйҙәре һәм ҡайһылары?
– Эйе, тарих – үткән тормош, тәбиғи-ижтимағи процесс ҡиәфәтендә, йәғни тарих фәненән (историологиянан) айырмалы – ифрат ҡатмарлы һәм абсолют рәүештә тикшереп бөтөрлөк түгел. Минең тормошом үҙе быны иҫбатлай. Студент йылдары йәмғиәттәге “торғонлоҡ” осорона тура килһә, Ленинградта аспирантурала уҡыған мәл (1983–1986) Совет ҡоролошоноң һуңғы дәүерендә, йәғни үҙгәртеп ҡороу башланған саҡта булды. Был инде минең тормошта өсөнсө совет боролошо ине.
Совет йәмғиәтенең тамырҙан үҙгәрә башлауы 1987 йылдың уртаһынан башланды, ләкин артабан социалистик ҡоролошто “яҡшыртыу”, “тамырынан үҙгәртеп ҡороу”, “социализмға кеше йөҙө биреү”, “инсани социализм” төҙөү бөтөнләй мөмкин булмаған эш икәне асыҡланды. Быны 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалыуы һәм КПСС-тың юҡҡа сығыуы иҫбат итте.
Ғәмәлдә, бер совет кешеһе лә Коммунистар партияһын, СССР-ҙы яҡлап урамға сыҡманы. Мин 1989 – 1990 йылдарҙа үҙемдең йәш саҡтарҙағы “бунтарь” фекерҙәремдең дөрөҫлөгөнә тамам инандым һәм йәмәғәт, фән, уҡытыу эштәренә бөтөнләй яңы ҡараш менән тотондом. Шунан башлап үҙ фекеремдә ҡала бирәм, улай ғына түгел, фән менән шөғөлләнеп, позициямды заманса, ғилми нигеҙләй алам. Утыҙ йыл эсендә яҙған бихисап мәҡәләләрем, һирәк кенә сыҡҡан китаптарым, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә баҫылған фәнни һәм публицистик әҫәрҙәрем быларҙы иҫбатлай. Башҡорт телендә лә байтаҡ фекерҙәрем донъя күрҙе.
– Һеҙҙең ғилми эш йүнәлештәренең – инаныу һәм диндәр барлыҡҡа килеүҙең ғилми тарихи аңлатмаһы, Волга буйында һәм Көньяҡ Уралда Рәсәй коммунистик йәштәр союзының милли секцияларына партия етәкселеге һәм башҡаларҙың – фәндә тиңе юҡ. Уларҙың асылы һәм тарихи ҡиммәте нимәлә?
– Һеҙ раҫ әйттегеҙ. Ысынлап та, мин – СССР-ҙа комсомолдың милли секциялары тарихын беренсе булып асҡан белгес. 1983 йылға тиклем Коммунистар партияһы, ВЛКСМ төҙөлөшөндә милли факторҙарға тейеү тыйылғайны, йәнәһе, коммунистар һәм комсомолдар “милли” була алмай, “пролетарийҙарҙың ватаны юҡ”, имеш, әммә “Бөйөк Ватан һуғышы” атамаһы булды. Коммунистар идеологияһы был мәсьәләлә тупикка килеп инде. Генсек Леонид Брежнев үлгәс, власҡа Юрий Андропов килде. Партия элитаһы аңламағанды ул йәш етәкселәр (Горбачёв, Яковлев, Лукьянов, Лигачёв) менән бергәләп “Беҙ үҙебеҙҙең йәмғиәтте белмәйбеҙ” тигән билдәле мәҡәләһендә аңлатып бирҙе. Тарихсылар, социологтар һәм алдынғы ҡарашлы философтар (партия философтары түгел, әлбиттә) быны үҙ яғына ишара тип аңланы һәм үҙгәртеп ҡороуҙан әүәл үк яңыса эшләй башланы.
Минең кандидатлыҡ диссертацияһының проектын Ғилми совет күпселек тауыш менән раҫланы. Өс йыл ярым эсендә тиҫтәләгән архивта эшләнем, төрлө телдәрҙәге сығанаҡтарҙы һәм фәнни әҫәрҙәрҙе өйрәндем, философия, социология, сит илдән кергән дисциплиналар – политология, ижтимағи психология, иҡтисади һәм этник антропология менән тәрәндән таныштым. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау ҙа еңелдән булманы. 1986 йылдың ахыры бит, әле бәғзе бер боронғо “геронтократтар” идарала ине.
– Рәсәй фәненең, айырым алғанда – тарихтың, киләсәген һеҙ нисек күҙаллайһығыҙ?
– Тураһын әйтергә кәрәк, фәнни-техник тәрәҡҡиәт беҙҙең илдә тейешенсә үҫеп китә алмай. Рәсәйҙә атеистик социализмдан һуң “дини ренессанс” башланғайны. Ул хәҙер рәсми рәүештә алға һөрөлә. Донъяның үҫешкән илдәрендә дин һәм гражданлыҡ тормоштары һәр береһе үҙ урынында. Фән, техника, мәғариф, мәғлүмәт технологиялары бер ҡаршылыҡһыҙ үҫеү өҫтөндә. Гуманитар фәндәр ҙә тәрәҡҡи илдәрҙә алдынғы урында. Ә беҙҙә дәүләт диндәргә өҫтөнлөк бирә – сиркәү һәм мәсеттәр асыла, ә бына йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу сәйәсәте юҡ тигәндәй. Беҙҙә философия, политология, психология, ижтимағи антропология, фәнни педология, этнология дисциплиналары, ғөмүмән, кешене, кешелек донъяһын һәм рухын өйрәнгән фәндәрҙә һуңғы 20–25 йылда бер ниндәй ҙә асыш юҡ. Мәҫәлән, философия фәндәре докторы, партия идаралығы осорондағы ауыл хужалығы комплексы тураһында диссертация яҡлағас, ул ниндәй философ икән?! Ауыл хужалығы бөтөнләйе менән икенсе хәҙер, тимәк, уның философияһы ла юҡ.
Мин бер сит ил академияһына биргән интервьюмда, гуманитар дисциплиналарҙан айырмалы, теүәл фәндәр, фәнни-техник дисциплиналар яҡшы үҫә, сөнки хәрби иҡтисади комплекс, йыһанды тикшереү, һуғыш ҡоралдарын етештереү шуны талап итә, тигәйнем.
Беҙҙең йәмғиәттә тарих фәненә һәр ваҡыт иғтибар ярайһы уҡ ҙур булды, сөнки тарих пропаганда ҡоралы ине.
Шуға мин дә тарихтың ысынын яҙыу маҡсатынан башҡа фәндәрҙе өйрәндем, төрлө фәнни проекттарҙа ҡатнаштым, шулай эшләүемде дауам итәм. 2015 йылда Лондондағы Халыҡ-ара фән һәм юғары мәғариф академияһы (IASHE) уңышлы эштәрем өсөн миңә “Ғилми фекер лидеры” (“Scientific Thought Leader”) титулын бирҙе.
– Һеҙҙең уңышлы ғилми карьерала ышаныслы тыл – ғаиләгеҙ ҙә ҙур роль уйнайҙыр, моғайын. Уның тураһында ла һөйләгеҙ әле.
– Ғаиләм – минең ҡәлғәм, тиҙәр бөйөк британдар. Дөрөҫтөр. Хәләл ефетем Динә Факил ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Оло ҡыҙым – Санкт-Петербургта билдәле төҙөлөш компанияһында топ-менеджер, улым Өфөлә бәйләнеш системаһында эшләй. Уның да ғаиләһе ҙур – ике малай һәм бер ҡыҙыҡай. Кесе ҡыҙым – Бөрөлә, инглиз теле уҡытыусыһы, иптәше – инженер. Бер ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләйҙәр.
Кесе ҡыҙым Римма Ленинградта тыуҙы. Мин аспирантурала берҙән-бер өс балалы аспирант инем. Балалар миңә әхлаҡи терәк булды, а ҡатыным – берҙән-бер ярҙамсым һәм илһам биреүсем.