Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡортостандың иң яңы тарихы бүлеге мөдире, тарих фәндәре докторы Рима Нөғәмән ҡыҙы Сөләймәнованың тормош юлы һәм ғилми эш тәжрибәһе һәр кем һоҡланырлыҡ. Ул стажер-тикшеренеүсенән алып директор урынбаҫарына тиклем үҙенсәлекле юл үтеп, утыҙ биш йылдан ашыу инде ошо институтта хеҙмәт итә.
Рима Сөләймәнова Әбйәлил районының Гусев ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ебәрелә.
Мәскәү ҡалаһында Фәндәр академияһының СССР тарихы институты ҡарамағындағы аспирантураны уңышлы тамамлап, 1989 йылда – кандидатлыҡ, 2011 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Республика ҡатын-ҡыҙҙарының 1960–1980 йылдарҙағы социаль әүҙемлеген өйрәнеүҙән башлап, ул тикшеренеү даирәһен тематик һәм хронологик яҡтан йылдан-йыл киңәйтә барҙы. Төбәктә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәрәкәте барлыҡҡа килеүенән алып совет осороноң аҙағына тиклем гүзәл заттарыбыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошта ҡатнашыуы, йәмғиәттәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың тотҡан урынының үҙгәрешен бөтә яҡтан яҡтыртҡан капиталь хеҙмәт ижад итте.
Был проблеманы өйрәнеү осоронда, Рима Нөғәмән ҡыҙы төплө бер нисә китап һәм бихисап ғилми һәм фәнни-популяр мәҡәләләр баҫтырҙы.
Тикшеренеү осоронда ғалимә әлеге көнгә тиклем билдәле булмаған бик күп архив материалдарын өйрәнә һәм быға тиклем тарих фәнендә аҙ өйрәнелгән теманы – XX быуатта Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарының үҫешен күрһәтеүгә өлгәшә. Әлеге көндә Р. Н. Сөләймәнова – ошо тема буйынса билдәле Рәсәй ғалимдарының береһе. Уның фәнни хеҙмәттәре ҡатын-ҡыҙҙар тарихын өйрәнгән гендер тикшеренеүселәр араһында илебеҙҙә һәм унан ситтә киң билдәле.
Рима Сөләймәнова Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иң яңы тарихына бағышланған төрлө ғилми форумдарҙа йыш ҡатнаша. Ул тарих фәненең махсус ысулдарын ғына түгел, демография, статистика, тарихи-биографик һәм башҡа алымдар ҡулланып та эш итә. Шуға ла фән юлындағы тәүге аҙымдарынан уҡ ул республика тарихындағы демографик мәсьәләләргә иғтибар итә. Ошо йүнәлештә яҙылған тәүге хеҙмәттәре – “Башҡортостан Республикаһы халҡы составында ҡатын-ҡыҙҙар” препринты һәм “Ватан тарихы” үҙәк журналында сыҡҡан мәҡәләһе. Рима Нөғәмән ҡыҙының ғилми етәкселегендә донъя күргән XX быуатта Башҡортостан тарихына арналған китаптарҙа төбәктәге демография мәсьәләләре фәндә беренселәрҙән булып яҡтыртылды.
2000 йылдан институтта бүлеккә етәкселек итеү бурысы йөкмәтелгәс, ғалимә, XX быуатта Башҡортостан тарихын яҡтыртҡан хеҙмәттәр яҙыу өсөн авторҙар коллективын туплап, уларҙы нәшер итеүгә өлгәште. Уның редакцияһында һәм ғилми етәкселегендә “Башҡортостан тарихы. 1917 – 1990 йылдарҙа” ике томда (2004 – 2005), “XX быуатта Башҡортостанда башҡорттар: тарихи очерктар” (2009), ете томлыҡ “Башҡорт халҡының тарихы”ның VI томы (2011) донъя күрҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тарихынан башҡа, Р. Н. Сөләймәнова республиканың совет осоронда ижтимағи-сәйәси үҫешен, әйтеп китеүебеҙсә, демографияһын, йәмәғәт һәм милли хәрәкәте, сәйәси партиялар тарихын асыуға күп көс һалды. Шулай уҡ тарихта айырым шәхестәрҙең ролен яҡтыртыу юҫығында ла арыу уҡ эштәр башҡарҙы, сөнки шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте тарихын өйрәнгәндә был теманы урап үтеп булмай. Ошо йүнәлештә “Башҡортостан XX быуатта. Тарихи портреттар” тип аталған фәнни мәҡәләләр йыйынтыҡтарының биш баҫмаһы донъя күрҙе, алтынсыһы ла үҙ сиратын көтә. Был йыйынтыҡтарҙа республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған билдәле партия, дәүләт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо яҡтыртылды.
2000 йылдар башынан ғалимә архив материалдарын фәнни ҡулланылышҡа керетеү йүнәлешенә лә иғтибар итте. Уның етәкселегендә республика тарихының актуаль проблемаларына арналған тиҫтәнән ашыу документ һәм материалдар йыйынтығы донъя күрҙе. Шуларҙың бер нисәһен генә билдәләп китәйек: “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР милли сәйәсәтенең төбәк үҙенсәлектәре. Башҡорт АССР-ы”, “Башҡорт халҡының тарихы буйынса документтар һәм материалдар (1941–1985)”, “1920 йылдарҙа Көньяҡ Уралда балаларҙың ҡарауһыҙлығы”, “1945 – 1964 йылдарҙа СССР-ҙа халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре мәсьәләһе: Башҡортостан АССР-ы миҫалында”, “Һуғыш балалары. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР сәйәсәтендә балалар. Башҡортостан АССР-ы миҫалында”, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты” һәм башҡалар. Һөҙөмтәлә совет осоро буйынса бик күп архив материалдары ташҡа баҫтырылды, бүлек һәм институт археография фәненә тос өлөш индерҙе.
Һуңғы ике тиҫтә йылда Рима Нөғәмән ҡыҙы ғилми етәкселегендә, әле телгә алынған коллектив хеҙмәттәрҙән башҡа, ун бишләгән монография, егерменән ашыу документ һәм материалдар, ғилми мәҡәләләр йыйынтыҡтары донъя күргән, төрлө Рәсәй фондтарының гранттары һәм программалары буйынса эштәр башҡарылған.
Рима Сөләймәнова шулай уҡ ғилми кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә алты аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы (шуларҙың араһында ошо юлдарҙың авторы ла бар). Әлбиттә, беҙгә фән даирәһендә беренсе аҙымдар яһарға ярҙам иткәне өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Рима Нөғәмән ҡыҙының ғилми эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Ул 2007 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, төрлө йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының, уның Өфө ғилми үҙәгенең, Өфө ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Әле ул – институттың Ғилми советы ағзаһы, аттестация комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университетындағы Ватан тарихы буйынса диссертация советы, Башҡортостан Фәндәр академияһының тарих, этнография һәм археология буйынса Ғилми советы ағзаһы. Ул бөгөн дә яңы фәнни проекттар, китаптар тип янып йәшәй.