”Ласковый май” төркөмө солисы Шатуновҡа шундай хәүеф - билдәле йырҙарҙы башҡарыуҙан мәхрүм ҡалыу - янай.
Төркөмдөң менеджеры, аҙаҡ етәксеһе булған Андрей Разин был турала: ”Юрий Шатунов киләсәктә үҙ йырҙарын ғына йырлаясаҡ. ”Белые розы”, “Седая ночь”, “Розовый вечер” һәм башҡа 24 композицияға уның авторлыҡ хоҡуғы юҡ. Тағы ла шуныһы: төркөмдөң репертуарындағы йырҙарҙы концерттарҙа, рекламала ҡулланыу осраҡтарына ҙур штраф янай”, - тигән.
Ә Шатунов нәҡ шул йырҙар менән халыҡ күңелен яуланы, популярлыҡ ҡаҙанды. “Белые розы”, “Седая ночь” һ.б. Шатуновтың визит карточкаһы кеүек. Ысынлап та, был йырҙарҙы тик Юрий Шатуновтың башҡарыуында тыңлап өйрәнелгән - башҡа тауышты нисек ҡабул итер икән тамашасы?
Әлегә элекке хеҙмәттәштәр бер төрлө лә килешеүгә, уртаҡ фекергә килә алмайынса, суд юлында йөрөп хәҡиҡәт эҙләргә мәжбүр. Низағ хәйерле тамамланыр тип ышана тамашасылар.