21 ноябрь – Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Бөгөн шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында һалым хеҙмәте булдырылыуға 30 йыл. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо йәһәттән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Ҡотлау хатында шулай тиелә:
“Үткән йылдарҙа һалым органдары булдырылыуҙың мөһим этаптары үтте. Хеҙмәттең уңыштарында уның башланғысында торған кешеләрҙең һәм үҙ эшен ғәҙел башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең өлөшө ҙур.
Һеҙҙең юғары тәжрибәгеҙ, эште белеүегеҙ, яуаплы булыуығыҙ һалым органдары алдында ҡуйылған мөһим дәүләт бурыстарын хәл иткәндә ҙур уңыштарға өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Был хеҙмәткә әүҙем рәүештә электрон һәм һанлы сервистар индерелә, һалым түләү процесы ябайлаштырыла, һалым эшмәкәрлегенең үтә күренмәлелеге, сифаты арта.
Һеҙ һайлаған алым - һалым түләүселәр менән асыҡ диалог юлы граждандарҙың һәм предприятиеларҙың ышанысын нығыта. Ул халыҡҡа ярҙам күрһәтеү, уның мәшғүллеген арттырыу, иҡтисади тормошто тергеҙеү, пандемиянан нығынып сығыу өсөн айырыуса мөһим. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һалым органдары, гражданлыҡ йәмғиәте һәм бизнес ышаныслы партнерҙар булып тора.
Һеҙҙең тырышлығығыҙ, Башҡортостандың власть органдары һәм эшҡыуарҙар менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүегеҙ арҡаһында коронавирустан айырыуса ныҡ зыян күргән иҡтисад тармағына оператив ярҙам күрһәтә алдыҡ.
Дөйөм алғанда, һеҙҙең барлыҡ кимәл бюджеттарын, иҡтисад һәм социаль өлкәне нығытыу өсөн алып барылған һөҙөмтәле эшмәкәрлегегеҙ юғары баһаға лайыҡ.
Һеҙгә ихлас күңелдән һаулыҡ, именлек һәм тик изгелектәр генә теләйем”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.