Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 19:45

Юл хеҙмәте эшкә әҙерме?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы был ял көндәрендә һауа шарттарының боҙоласағы тураһында иҫкәртә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы был ял көндәрендә һауа шарттарының боҙоласағы тураһында иҫкәртә. Шул уҡ ваҡытта юл хеҙмәте быға әҙер: трассалар тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында.
"Ҡар таҙартыу техникаһында 13 йыл эшләйем инде, – ти шофер Константин Кучинский. – Армиянан ҡайтыу менән урынлашҡайным, хәҙер юлһыҙ йәшәй алмаҫмын да кеүек. Трассаның ниндәй хәлдә булыуы кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн үтә мөһим, шуға беҙ ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Күптән түгел яңы машинаға күсеп ултырҙым, эшләүе байтаҡҡа еңелләште, ауыр рычагтар юҡ хәҙер, бөтә процесс автоматлаштырылған".
Ул эшләгән 103-сө юл-эксплуатациялау предприятиеһы М-5 трассаһының 400 километрын хеҙмәтләндерә. Метеошарттарҙы һәм техниканың нисек эшләүен диспетчерҙар күҙәтә. Шуға тейешле ҡарарҙар тиҙ ҡабул ителә.
"Һауа торошо буйынса фараздарға һәм яуым-төшөмгә ҡарап, техниканы тиҙ арала тейешле урынға күсереүгә һәм юлды мөмкин тиклем тиҙерәк таҙартыуға өлгәшәбеҙ", – ти предприятиеның генераль директоры Павел Баженов. Һуңғы ике йылда коллектив техниканы тулыһынса тиерлек яңыртҡан. Донъя тәжрибәһен иҫәпкә алып, бында тирә-яҡ мөхиткә зарарлы реагенттар урынына таҙа тоҙ ҡуллана башлағандар. Бының өсөн импорт техника файҙаланыла.
Фото: rosavtodor.ru
Читайте нас