Кушнаренко районының Ҡаратәкә ауылында ике егет бурлыҡтың ғәҙәти булмаған планын уйлап сығарған. Улар ауылдағы эшҡыуар ҡатындың магазинына төшөү схемаһын төҙөгән.
Ишекте емереү “тауыш” сығарыр һәм өҫтәүенә хәүефле тип һанап, ерҙе ҡаҙып магазинға ингәндәр. Етмәһә, улар был эшкә 13 йәшлек ике мәктәп уҡыусыһын йәлеп иткән.
Дүртәүләшеп көрәк, балта, лом ярҙамында магазин аҫтын ҡаҙғандар һәм араларындағы иң бәләкәй үҫмерҙе унда индереп ебәргәндәр. “Малай магазиндан 30 меңдән ашыу аҡса, һыра һәм аҙыҡ-түлек алып сыҡҡан. Аҡсаны үҙ-ара бүлешкәндәр һәм уның иң күп өлөшө магазинға шыуышып ингән малайға эләккән. Улар фекеренсә, был бала эштең иң ҙур өлөшөн атҡарған. Аҙаҡ дуҫтар үҙҙәәре ингән урынды кире күмгән һәм эҙҙәрен йәшергән”, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аҙаҡ егеттәр ауыл ситенә һыра эсергә киткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уларҙы тиҙ генә тапҡан. Урланған аҡсаның бер өлөшө тартып алынған. Бәлиғ булған енәйәтселәрҙе бәләкәй йәштәге ике малайҙы хоҡуҡ боҙоуға йәлеп иткәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал.
Фото: республика буйынса Эске эштәр министрлығы.