Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2020, 12:00

“Килендәшем иренең туғандарын яратмай”

Уның кеше килгәнен, айырыуса иренең туғандарын яратмауын электән дә белгәнгә күрә артыҡ иҫем китмәне, ҡәйнәмә лә, иремә лә был хаҡта әйтеп торманым...

“Ҡәйнәм менән бергә торабыҙ. Быйыл ул аяҡ быуындары һыҙлауға зарлана башланы, атлауы ла насарайҙы. Стәрлетамаҡта йәшәгән табип улы “әсәйҙе алып килегеҙ, ҡарап, тикшереп, дауалау яҙырҙар, кәрәк булһа, ятып та алыр”, тигәс, йәйге матур көндә күмәкләшеп юлға йыйындыҡ.
“Бер юлы Өфөгә лә барып етәйек, Азатымдың донъяһын барып күреп ҡайтайым. Өйөнә күскән йылда, бынан ун йыл элек барғандан күргәнем юҡ”, - тип ҡәйнәм дә дәртләнде
.
Стәрлетамаҡта ике көн булып, ҡәйнәмде табиптарға күрһәттек, төрлө аппараттарҙа тикшертеп, дауалау яҙҙылар. Иң өлкән улы Салауат ағай: “Әйҙә, ике аҙна самаһы ятып дауаланып ҡайт”, - тиһә лә, “Юҡ, юҡ, йылдай оҙон көндә балниста нимә эшләп ятайым? Артыҡ ҡурҡынысы юҡ тинеләр бит”, - тип йәһәтләп Өфөгә барып, ауылға ҡайтыу яғын ҡайырҙы.
Кистән Азат менән Римма килендәшкә шылтыратып, килеребеҙҙе әйттек, хәйер, улар беҙҙең Стәрлегә килеп, уларға етеп ҡайтырҙы былай ҙа белә ине. “Иртәгә эшкә барам бит әле. Ҡайһы мәлдәрәк килеп етәһегеҙ?” - тип ризаһыҙыраҡ ҡына һөйләште киленебеҙ. “Кискә табан, һеҙ эштән ҡайтҡас килербеҙ ҙә, икенсе көнө таң менән ҡайтып та китәбеҙ. Борсолмағыҙ, беҙгә бер ниндәй ҙә табын-фәлән әҙерләргә кәрәкмәй, үҙегеҙҙе күрһәк, булды”, - тип тынысландырҙым.
Килендәшемдең кеше килгәнен, айырыуса иренең туғандарын яратмауын электән дә белгәнгә күрә, артыҡ иҫем китмәне, ҡәйнәмә лә, иремә лә был хаҡта әйтеп торманым.
Икенсе көнөнә иртәнсәк: “Уй, ныҡ ауырып киттем, температурам күтәрелде. Шулай ҙа эшкә килдем, саҡ эшләп ултырам. Беҙгә килһәгеҙ, һеҙгә йоғоп ҡуймаһын тип ҡурҡам”, - тип Римма килендәш шылтыратты, үҙе бер туҡтауһыҙ йүткерә.
“Әллә бармайыҡмы?” – тип хәлде аңғарттым. “Юҡ, 500 саҡрым ер үтеп, бында килеп еткәнде, барабыҙ инде. Ярай, киленде борсомаҫбыҙ, улымды, балаларҙы күрһәм булды”, - тине ҡәйнәм.
Һуң ғына, киске 8-ҙәргә килеп еттек. Аш бешкән, сәй әҙер, өҫтәл тулы ризыҡ. Эшкә лә, аш-һыуға ла шәп, донъяһы ла сынъяһау килендәштең, тик ниңәлер иренең туғандарын яратып етмәй шул. Иртәнсәк әйткән ауырыуы ла һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡҡан, йүткермәй ҙә.
Килендәш артыҡ асылып, алсаҡлыҡ күрһәтмәһә лә, улы һәм ейәндәре менән күрешеүҙән күңеле булған ҡәйнәм: “Аллаға шөкөр, балаларым барыһы ла матур йәшәй. Алып барып күрһәткәнгә һеҙгә рәхмәт инде”, - тип рәхмәттәрен уҡыны юл буйы...”
(Баймаҡ районынан Миңлегөл исемле ҡатындың һөйләгәндәренән яҙып алынды).
Фото: blog.pinkzorro.ru
Читайте нас: