Калифорния ғалимдары белдереүенсә, тәндәге һырҙарҙы бөтөрөүгә манго ашау ҙа ярҙам итә. Тик саманы белеү мөһим.
Тәжрибә эшендә 28 ҡатын ҡатнашҡан. Уларҙың 14-е ярты стакан күләмендәге туралған мангоны аҙнаһына дүрт тапҡыр ашаһа, ҡалғандары өс тапҡыр күберәк ҡулланған (1,5 стакан). Тикшереү дүрт ай дауам иткән. Шулай итеп, ғалимдар һырҙарҙың күпме булыуына һәм күләменә ҡарап анализ яһаған. Һөҙөмтәлә беренсе төркөмдәге ҡатындарҙың тәнендәге һырҙары ике айҙан һуң 23 процентҡа кәмегән. “Был – һиҙелерлек һөҙөмтә. Ә бына икенсе төркөмдәгеләрҙең һырҙары артыуы күҙәтелде. Тимәк, был емеш файҙалы, әммә уны артыҡ ашау зыянлы”, – тип белдергән тикшереүҙе ойоштороусы Вивьен Фам.
Асыҡланыуынса, һырҙарҙың артыуы манголағы шәкәр миҡдарына бәйле. Һәр нәмәлә сама белеү фарыз, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Фото: ru.depositphotos.com