Йәмғиәт
21 Ноябрь 2020, 19:45

Пансионаттағы ололарҙы туғандары ниңә алмай?

Бөгөн Өфө эргәһендәге “Минең ғаилә” пансионатына суд приставтары, полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар, махсус тәғәйенләнештәге отряд хәрбиҙәре килде.

Бөгөн Өфө эргәһендәге “Минең ғаилә” пансионатына суд приставтары, полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар, махсус тәғәйенләнештәге отряд хәрбиҙәре килде. Мәғлүм булыуынса, был учреждение халыҡҡа насар яҡтан билдәле.
Был ведомстволар вәкилдәре суд ҡарарын үтәү, пансионатты ябыу маҡсатында килде.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, суд бында көн иткән утыҙ кешене сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Тик улар араһынан биш оло кешене һәм инвалидты ғына туғандары алып ҡайтҡан. Ҡалғандарын урынлаштырыу мәсьәләһе менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре шөғөлләнергә тейеш.

“Бында йыл ярым йәшәйем. Инсульт менән алып килгәйнеләр. Хәҙер һөйләшәм, һанайым, әммә уҡый алмайым, сөнки күреү буйынса I төркөм инвалидымын. Бындағы хеҙмәткәрҙәргә бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ”, – тип белдергән “Честно говоря” тапшырыуы хәбәрсеһенә пансионатта торғандарҙың береһе.
Әле 25 оло кешенең һәм инвалидтың яҙмышы хәл ителә. Уларҙың ҡайһы берҙәренең туғандары сит илдә, тиҙәр. Аңлашылған сәбәптәр буйынса, пансионаттан сығарылғандарҙы ала алмайҙар.
“Барыһын да табиптар ҡараны, мохтаж булғандар госпитализацияланды. Бер кем дә урамда ҡалмаясаҡ, – тине Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль инфраструктура үҫеше һәм инвалидтар интеграцияһы бүлеге етәксеһе Булат Дәүләтханов. – Һәр осраҡ шәхсән ҡараласаҡ. Әгәр законлы вәкилдәре ризалашһа, уларҙы башҡа социаль ойошмаларға урынлаштырасаҡбыҙ”.
Фото: “Честно говоря” тапшырыуы.
Читайте нас