Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2020, 23:30

Әсәй тыуҙырҙы ла ташланы...

"Ай ярымлыҡ ауырыу Артурҙы тәрбиәләгән Лена бер көн түҙмәйенсә илап ебәрҙе..."

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоноң кеүек хәлдәр һирәк түгел: яуапһыҙ ҡатын-ҡыҙ сабыйын табыу менән ҡалдырып китә. Шундай яҙмышҡа дусар ителгән бер баланың хәле менән “Беҙҙең балалар” хәйриә фонды ирекмәндәре уртаҡлашты.
Бәләкәй Артур (исеме үҙгәртеп алынды) балалар йортона 1,5 айлыҡ ҡына булып килә.
"Әсәһе уны тапҡан да "онотҡан". Артабан Артур унһыҙ йәшәйәсәк. Малай ныҡ етди ине: ошо ғына йәшендә ташланған сабыйҙар шулай була. Башы бер яҡтан йәлпәшкән ине - гел бер яҡ ҡабырғаһында ятҡанға шулай. Ауырлыҡты ла насар йыйҙы", - ти фонд хеҙмәткәрҙәре.
Тәүҙә бөтәһе лә, бәпес ашап туйыр һәм тынысланыр, ауырлыҡ йыйыр, шәбәйер, тип ышана. Тик малай сирләп китә, хәле хөртәйә. Реанимацияға эләгә. Хәлен яҡшыртып, ябай палатаға күсергәс, уны дауаханалағы бала ҡараусы ирекмән Елена тәрбиәләйәсәк тип хәл итәләр.
Диагнозы еңел булмаһа ла, иғтибар һәм һөйөү тойған бәпес шәбәйә башлай. Башын борорға өйрәнә, аппетит менән ашай, хатта йылмайып ҡуя. Ә Елена сығып китһә, йәки йылы ҡулын алһа ла, кәйефе төшә.
"Бер көн Лена түҙмәй илап ебәрҙе. "Ни өсөн шундай бәләкәй балаларҙы яҡындары ташлай? Нисек ҡулдары бара, йөрәктәре һыҙламай?.." Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош шундай. Ә беҙҙә бала йәнле, мәрхәмәтле кешеләр тупланған. Улар бәпестәрҙе ҡулдарында йөрөтә, йырлап йоҡлата, хәстәрләй", – ти хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәре.
Эйе, яҙмыш ҡосағына ташланған ошондай сабыйҙарға хәстәр һәм ярҙам бик кәрәк. Шуға күрә “Беҙҙең балалар” хәйриә фондының “Дауахана балалары” тигән проектына ярҙам итергә була. Әгәр теләк һәм мөмкинлегегеҙ бар икән, уларҙың сайтындағы мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
Фото: Иван Вислов.
Читайте нас: