Йәмғиәт
22 Ноябрь 2020, 17:00

Юл өсөн "талаш" ниҙәргә килтерә?

Өфө – Ырымбур араһындағы юлда – өлкән йәштәге ир, ә Өфөлә таксист һәләк булды...

Үлемесле һәләкәт Салауат ҡалаһы янында Өфө – Ырымбур юлының 163-сө километрында теркәлгән.
“Сhеry” автомобиле водителе трассала “Кiо Rio” менән бәрелешеп һәләк булған. Авария тураһында 22 ноябрҙә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәте хәбәр итә.
Фажиғә көндөҙ булған. “Сhery”ның 56 йәшлек водителе икенсел юлдан сыҡҡанда төп юлдан килгән "Kio Riо" автомобиленә юл бирмәгән. Һөҙөмтәһе аяныслы: “Сhery” водителен дауаханаға һалһалар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән ҡала алмаған. Шулай уҡ икенсе автомобилдәге 42 йәшлек ҡатындың, 21 йәшлек ҡыҙҙың да зыян күргәнлеге билдәле.
Бөгөнгө көнгә тағы бер юл фажиғәһе: Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә "Ниссан Альмеро"ның 49 йәшлек водителе, идараны юғалтып, бағанаға һуғылыуҙан ҡаршы һыҙатҡа барып сыға һәм икенсе бер автомобилгә - таксиға бәрелә. Көслө йәрәхәттәрҙән таксист шунда уҡ һәләк була. Авария урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, һәләкәттең сәбәптәре тикшерелә.
Фото: bash.news
Читайте нас