Яҡты уйлы яҡшы, ярҙамсыл кешеләр тураһында ишетһәң, донъя нурланып, күңел күтәрелеп, үҙең дә кемгәләр изгелек эшләге килә башлай.
Был өлгөлө ваҡиға - пенсионер ирҙең урамда баянда уйнап, йыйылған аҡсаһына етем балалар өсөн уйынсыҡтар алып бүләк итеүе тураһында яҙғаныбыҙ бар ине. Был ниәтенән һыуыҡ та уны өркөтмәй, әлеге мәлдә ул өҫтәл хоккейы һатып алырлыҡ бол туплай.
70 йәшлек Юрий Ивановичты Черниковканың "Тирәктәр" һатыу йорто эргәһендә күрергә мөмкин. Ҡала халҡы изге йәнле был оло кешегә күптән иғтибар итеп йөрөй, уның изге теләктәрен хуплап-йөпләүселәр, ярҙам итеүселәр ҙә етерлек, шул уҡ ваҡытта Хөкүмәтте әрләүселәр ҙә табыла. Юрий Иванович йыйылған аҡсаһын елгә осормай, балаларға уйынсыҡ, дәфтәр, пенал, ручка-ҡәләмдәр ала, яңыраҡ футбол тубы бүләк иткән, хәҙер, әйткәнебеҙсә, өҫтәл теннисы алырға хыяллана. "Үҙем дә балалар йортонда үҫтем. Хәҙер ун йыллап бында тәрбиәләнеүселәргә ошондай ярҙам күрһәтәм. Хәҙер, әлбиттә, коронавирус таралған мәл, индермәйҙәр, шулай ҙа бүләктәремде һаҡсы аша тапшырам", - ти үҙе Юрий Иванович. Әйткәндәй, былтыр уның һигеҙ тоҡ уйынсыҡ йыйып тапшырыуы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ.
- Бармаҡтары туңа, әммә ул һаман уйнай. Бармағы бармаҡ, мине балалар көтә, тине ул. Эргәһенән битараф үтмәгеҙ, эҫе сәй булһа ла килтереп китегеҙ. Яңы уйынсыҡтар килтереп бирһәгеҙ ҙә ныҡ шатланыр. Тиҙҙән Яңы йыл, әйҙәгеҙ, бергәләп уға ярҙам итәйек, - тип мөрәжәғәт итә интернет селтәрендә бер ҡыҙ.
Яҡшы башланғыстың дауамы, изге эшкә теләге булған һәр кем үҙ өлөшөн индереп, мохтаждарҙы шатландырып, сауап ала ала.