“Нефтепродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө менән Кушнарен райондарында юл буйы сервисына ҡараған дүрт объект төҙөп ҡуйыр өсөн 400 миллион һум аҡса инвестициялай. “Инвестиция сәғәте” барышында БР Башлығы Р.Хәбиров төҙөлөш проекттарын хупланы.
Был проекттарға “Урал” М-5 трассаһының Өфө районы биләмәһендә төҙөлә торған күп функциялы ике юл буйы комплексы инә. Объекттарҙы бер-береһенә ҡара-ҡаршы урынлаштырыу ҡаралған. Ошондай уҡ комплекстар Кушнарен районында, “Волга” М-7 трассаһында ла төҙөлөргә тейеш.
“Был проекттар ярайһы ҙур, улар төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Беҙ уларҙы тормошҡа ашырыу яҡлы”, – тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Проекттар ошо өлкә – юл буйы сервистарына ҡараған объекттарҙы төҙөү буйынса БР Сауҙа министрлығы булдырған берҙәм стилдә эшләнәсәк, тип билдәләне инвестор. “Дәүләт ярҙамына килгәндә, инвестор сауҙа үткәрмәйенсә генә ер участкалары алыу (Өфө районы буйынса), шулай уҡ дүрт проект буйынса ла сығымдарҙың бер өлөшөнә компенсация алыу хоҡуғына эйә”, – тип йомғаҡланы БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.