Йәмғиәт
24 Ноябрь 2020, 16:30

Бәләбәй нисек йәшәй?

Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Бәләбәй ҡалаһында һәм Приютов ҡасабаһында булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәй районында булды. Бында ул сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышын ҡараны һәм онлайн тәртиптә күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе.
Радий Хәбиров райондың ҙур предприятиеларының береһендә – “Автонормаль” заводында булды. Бында 2300 кеше эшләй. Завод ҡаланы булдырған предприятие һанала, ул “АВТОВАЗ”, “КамАЗ”, “Фольксваген Рус”, “Группа ГАЗ” һәм “УАЗ” кеүек алдынғы ватан автоетештереүселәре өсөн тәүлегенә 1900 мең тоннаға тиклем беркетеү деталдәре сығара.
Заводтың генераль директоры Роман Букарев белдереүенсә, предприятиеға һалынған дөйөм аҡса күләме 600 миллион һум булған инвестиция проекты эшләп сығарғандар. Ул етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм сығарылған изделиелар ассортиментын киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
"Былтыр илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, республика етәкселеге, “Ростех” дәүләт корпорацияһы ярҙамы менән предприятиены банкротлыҡтан ҡотҡарҙыҡ һәм 2026 йылға тиклем уның трансформацияһы программаһын эшкә ҡуштыҡ. Үҫеш программаһына ярашлы, яңы тауар сығарыла башлаясаҡ, етештереү майҙансығы яңыртыласаҡ. Ошо маҡсатта 2021 йылға бюджетҡа 120 миллион һумлыҡ инвестиция һалынған, – тине Роман Букарев. – Шул уҡ ваҡытта завод донъя кимәлендәге автомобиль төҙөүсе компаниялар менән хеҙмәттәшлеген дауам итәсәк. Быйыл беҙ Рәсәйҙә беренсе булып Volkswagen өсөн рәсми беркетеү деталдәре етештереүсе булдыҡ, тауарыбыҙҙы көнбайыш стандарттары буйынса сертификация үткәрҙек. Әле башҡа сит ил етештереүселәре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләһе йылда сығарылған тауар күләмен 10 процентҡа арттыра алырбыҙ тип уйлайбыҙ".
Радий Хәбиров заводтың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт ҡалды.
– Етәкселектең үҫеш стратегияһы тураһында уйланыуы ҡыуандыра. Әле ике йыл элек кенә предприятие аяғында саҡ баҫып тора ине. Уның киләсәге өсөн борсолдоҡ, ярҙам итергә тырыштыҡ. Хәҙер килемгә сығыу бар, эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы арта, – тине ул.
Артабан республика етәксеһе Приютов ҡасабаһына барҙы һәм Магистраль урамындағы ихата биләмәһен төҙөкләндереү менән танышты. Ул “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы яңыртылған.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев белдереүенсә, былтыр ҡасабала 13-сө квартал тулыһынса төҙөкләндерелгән. Унда 13 күп фатирлы йорт урынлашҡан. Экономияланған 1,49 миллион һумға Магистраль урамындағы 13-сө йорт ихатаһын яңыртҡандар.
Быйыл иһә комплекслы төҙөкләндереү өсөн 750-нән ашыу кеше йәшәгән дүрт күп фатирлы йорт ихатаһы һайланған. Бында асфальт түшәлгән, туҡталҡа урындары тәртипкә килтерелгән, тротуар, контейнер майҙансығы ҡуйылған, бордюрҙар алмаштырылған, хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы эшләгәндәр, эскәмйәләр урынлаштырылған, яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү системалары бар. Был маҡсатҡа барлығы 10,7 миллион һум аҡса тотонолған.
Эштәр тамамланып, ихата тапшырылғас, бында йәшәгән кешеләр шатлығынан “Ихата байрамы” ойошторған, йәш миләш үҫентеләре ултыртҡан.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, проектты әҙерләгән саҡта халыҡ менән хеҙмәттәшлек итергә, кәңәшләшеп эшләргә кәрәк. Шул саҡта, Приютовтағы кеүек, һөҙөмтә лә ыңғай буласаҡ.
Төбәк етәксеһе төҙөкләндереү буйынса артабанғы пландарҙы тикшерҙе һәм 2021 йылда ҡасабаға “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса м 10 миллион һум һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау өсөн 2 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.
Приютов ҡасабаһындағы Дан паркында Радий Хәбиров “Баш һалған геройҙарға – дан!” мемориаль комплексына сәскәләр һалды һәм биләмәне төҙөкләндереү мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты. Парктың дөйөм майҙаны 10 гектарҙан ашыу. Уның ҙур өлөшө – бейек тирәктәр үҫкән йәшел зона. Паркты былтыр төҙөкләндерә башлағандар. Ингән урынды, мемориаль комплексты ремонтлағандар, йәйәүлеләр юлына асфальт һалғандар, яҡтылыҡ системаһы ҡуйылған, пушкалар һәм иҫтәлекле ҡорамалдар постаменттары яңыртылған. Был маҡсаттарға 6,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Экономияланған суммаға хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы ҡуйылған.
Быйыл паркты төҙөкләндереүҙе дауам иткәндәр. Декабрь уртаһында тамамланасаҡ эштәр үҙ эсенә ҡыуаҡлыҡтарҙы, серек ағастарҙы таҙартыу һәм ҡырҡыу, ағастарҙы яңыртыу, асфальт түшәү, йәйәүлеләр юлын тәртипкә килтереү, концерт зонаһын ремонтлау, спорт майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу, фотозона урынлаштырыуҙы ала. Быйыл паркты төҙөкләндереү өсөн 11,5 миллион һум аҡса тотонолған.
Киләһе йылға ла пландар ҙур. Бында йәшел зонаны төҙөкләндереү, велосипед юлдарын тәртипкә килтереп, уларҙы яҡтыртыу кәрәк.
Хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев белдереүенсә, паркты яңырта башлағас, ул халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнгән. Бында саф һауа һулар, ял итер өсөн килгән кешеләр һаны күпкә артҡан.
Приютов ҡасабаһында Радий Хәбиров 1983 йылда төҙөлгән “Нефтсе” стадионында ла булды. 2013 йылда спорт ҡоролмаһын урындағы властарға тапшырғандар, улар йыл һайын өҫтөнлөклө ремонт үткәреп тора.
Стадионда ике футбол майҙаны, баскетбол һәм ике волейбол майҙаны, хоккей ҡабы, йүгереү юлдары, шулай уҡ ГТО нормаларын тапшырыу өсөн спорт комплексы бар. Бында 140 самаһы кеше шөғөлләнә. Ҡыш осоронда бушлай саңғыла йөрөргә була, физкультура дәрестәре үтә.
Шул уҡ ваҡытта стадион төҙөкләндереүҙе талап итә. Халыҡ, бында спортсылар өсөн сисенеү һәм йыуыныу бүлмәләре булған хакимиәт-көнкүреш бинаһы, тренер бүлмәләре, инвентарь өсөн бина кәрәк, ти.
Радий Хәбиров төҙөкләндереү проектын халыҡтың теләген иҫәпкә алып әҙерләргә ҡушты.
Ауыл кешеләре менән аралашҡан саҡта Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә 2024 йылға тиклем Приютовты комплекслы үҫтереү буйынса махсус программа әҙерләргә ҡушҡанын һөйләне.
– Беҙ бындай программаларҙы саҡ ҡына үҫеш энергияһы биреү кәрәк булған ҡалалар һәм ауылдарыбыҙ өсөн эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Приютов төрлө осорҙар кисерҙе. Ҡасандыр ул тик нефтселәр ҡасабаһы булған. Әле лә кешеләргә эшләр урын бар. Беҙ Бәләбәйгә күп ярҙам итәбеҙ, унда ҙур предприятиелар төҙөйбөҙ. Ә Приютов саҡ ҡына ситтәрәк ҡала килде. Шуға күрә финанслау күләме өс миллиард һумлыҡ булған ҡасабаны үҫтереүсе махсус программа ҡабул иттек тә. Беҙгә уңайлы ҡала мөхите булдырыу кәрәк ине. Шуға күрә ихата һәм парктарҙы төҙөкләндерә башланыҡ. Киләһе йылда медицина буйынса ныҡлап эшләйәсәкбеҙ, һеҙҙең дауахананы тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Төбәк етәксеһе Приютов мәктәптәренең береһендә стоматология кабинеты булдырырға ҡушты. Хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев белдереүенсә, бындай мәктәп стоматологияһы тик Бәләбәйҙәге Башҡорт гимназия-интернатында ғына эшләй.
Ҡасаба халҡы шулай уҡ бында республика еңел сәнәғәте предприятиеларының береһенең филиалын асыуҙы һораны. Радий Хәбиров белдереүенсә, яңы эш урындары булдырыу мәсьәләһе яйлап Приютовты үҫтереү программаһына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас