Йәмғиәт
24 Ноябрь 2020, 12:30

Изге урын тип тә тормайҙар...

Мәсет һәм сиркәүҙәрҙә күберәк кеҫә телефондары һәм аҡсалар юғала.

Һәр кем Аллаһ йортона тик изге уй-ниәттәр менән бара: әрүәхтарына аят бағышлай, хәйер-саҙаҡа бирә, дин әһелдәренең вәғәздәрен тыңлай. Әммә һуңғы ваҡытта изге урындарҙа ла уғрыларҙың насар ғәмәлдәре артыуы аптырашта ҡалдыра. Хатта мәсет һәм сиркәүҙәрҙә әйберҙәр юғала башлаған. Күптән түгел Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге мәсеттән кеҫә телефоны һәм хәйергә тип һалынған ҡумтанан аҡсалар юғалыуы хаҡында хәбәр ителә.
Йәнә бер күңелһеҙ хәл Октябрьский ҡалаһында теркәлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәренә сиркәүгә килгән 43 йәшлек кеше мөрәжәғәт итә. Уның ҡарауһыҙ ҡалдырылған курткаһының кеҫәһенән телефоны һәм мең һум аҡсаһы юҡҡа сыға. Ике урлыҡ осрағы буйынса ла тикшереү бара.
Мәсет һәм сиркәүҙәргә барғанда, кейемдәрегеҙҙе ҡалдырғанда, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе һәм аҡсағыҙҙы үҙегеҙ менән алығыҙ, сөнки изге йорттарҙа махсус ҡарауылсылар юҡ.
Фото: zoomex.ru
Читайте нас