Көҙ ҡышҡа ауышып, көндәр һалҡынайтып, ергә ҡырпаҡ ҡар ятҡан мәлдә хеҙмәт, муллыҡ байрамдарының береһе – ҡаҙ өмәләре гөрләй. Ауылдағы бер генә ғаиләне лә урап үтмәйҙер был күңелле мәшәҡәт.
Күгәрсен районының Сәлих ауылында йәшәгән Рәфиә менән Шамил Сәлиховтар ҙа ошо көндәрҙә өмә үткәрҙе. Тырыш ғаилә йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай.
Ҡаҙ йолҡоуҙа ҙур тәжрибә туплаған ҡатын-ҡыҙ иртә менән ең һыҙғанып эшкә тотондо. Шаян һүҙҙәр, мәрәкәләшеүҙәр көн буйына тынманы. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эшкәртеп, ағын һыуҙа йыуғас, табынға йыйылып, яңы иттән ауыҙ иттеләр, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Әүәл-әүәлдән килгән күркәм йола – ҡаҙ өмәһе ауылдаштарҙы, күрше-күләнде, туғандарҙы күрештерә, берләштерә, күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәй.