Йәмғиәт
25 Ноябрь 2020, 16:45

Декабрь уртаһында асыҡланасаҡ

Өфөлә киләһе йыл үтәсәк “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатын уҙғарыу өсөн майҙансыҡ билдәләнә.

Алдағы ике аҙнала 2021 йылда Өфөлә үткәреләсәк “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатын уҙғарыу өсөн майҙансыҡ билдәләнәсәк. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Өфө” индустриаль паркына эш сәфәрендә белдерҙе.

– "WorldSkills Russia” 2021 йылда Башҡортостанда үткәреләсәк. Был – беҙҙең өсөн мөһим сара. Уға әҙерләнәбеҙ – майҙансыҡ һайлайбыҙ, “Өфө”лә үткәрергә уйлағайныҡ, унда ҡатнашыусылар өсөн дә, көйәрмәндәргә лә логистиканың уңайһыҙ икәнлеген аңланыҡ. Шуға Өфөгә яҡыныраҡ майҙансыҡты һайларбыҙ, – тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың белдереүенсә, 2019 йылда Башҡортостан WorldSkills сифат рейтингында демонстрация имтихандары буйынса беренсе урын яулаған. Унда ҡатнашҡандарҙың 56 проценты донъя стандарттарына тап килгән һөнәри кимәлен күрһәткән.

Белешмә.
WorldSkills Russia - WorldSkills International халыҡ-ара коммерцияға ҡарамаған хәрәкәтенең рәсми операторы. Ул кадрҙар әҙерлеге стандарттарын күтәреү менән шөғөлләнә. WorldSkills Russia милли чемпионатының финалы – WorldSkills стандарттары буйынса Рәсәйҙәге һөнәри оҫталыҡ буйынса 16-20 йәшлек студенттар, шулай уҡ 10-17 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһындағы ватан мәғарифы системаһына иң яҡшы халыҡ-ара практикаларҙы ғәмәлгә индерергә булышлыҡ иткән ҙур күләмле ярыштар.
Читайте нас