Йәмғиәт
25 Ноябрь 2020, 08:15

Ил һаҡларға китте Хәйбулла егеттәре!

Хәйбулла районы хакииәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бөгөн таң менән буласаҡ һалдаттарҙы әрме сафына оҙатыуы тураһында яҙҙы.

Хәйбулла районы хакииәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бөгөн таң менән буласаҡ һалдаттарҙы әрме сафына оҙатыуы хаҡында яҙҙы.
"Бөгөн Хәйбулла районының 28 егетен Ватан алдындағы бурысын үтәргә – әрме сафына оҙаттыҡ. Ил һағына баҫҡан егеттәребеҙ ысын ир-егеттәр мәктәбен лайыҡлы үтеп, яҡташтары, ата-әсәләре, яҡындары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтырына ышанабыҙ.
Осрашҡанға тиклем, егеттәр! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!" - тигән юлдар бар район башлығының посында.
Беҙ ҙә изге теләктәргә ҡушылып, егеттәргә хәйерле юл, имен хеҙмәт теләйбеҙ!
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас