Йәмғиәт
25 Ноябрь 2020, 17:15

“Көньяҡ” биҫтәһенә – яңы һулыш

Өфөлә йәмәғәт биләмәләрен, скверҙарҙы һәм парктарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Өфөлә йәмәғәт биләмәләрен, скверҙарҙы һәм парктарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Атап әйткәндә, быйыл алты паркта һәм скверҙа – “Тулҡын”да, “Беренсе Май”ҙа, “Имәнкәйҙәр”ҙә (“Торналар” фонтаны янында), Ҡашҡаҙанда, Совет майҙанында, “Көньяҡ” биҫтәһендәге паркта ошондай эш барҙы.
Объекттарҙың һуңғыһында беренсе этапҡа планлаштырылған ғәмәлдәр тамамланып килә. Проектҡа ярашлы, әле эштең 40 проценты башҡарылған.
"Бөтә инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелгән, юл нигеҙенең контуры яһалған, бетон нигеҙ һалынған. Әле плитә һалына, яуым-төшөм канализацияһы монтажлана, фонтан үҙебеҙҙә етештерелгән гранит менән йөҙләнә. Фонтан үҙе әҙер", – тине “Потенциал” компанияһы директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Эдуард Остапчук.
Бында бер нисә спорт һәм уйын зонаһы, воркаут өсөн тренажерҙар ҡуйыласаҡ. Парктың икенсе яртыһы ял өсөн тәғәйенләнә. Периметр буйынса йүгереү һәм йәйәүлеләр юлы һалынасаҡ. Парктағы төп элементтарҙың береһен фонтан тәшкил итәсәк. Төҙөлөштө киләһе йылда тамамлау күҙаллана.
Фото: ufacity.info
Читайте нас