Һуңғы айҙарҙа Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләрҙең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы һәм уға ҡаршы көрәшкә бәйле булһа ла, башҡа темалар ҙа иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалмай. Эйе, әле бөтә көс ошо афәт менән көрәшкә йүнәлтелгән, тик республика власы башҡа йүнәлештәрҙә лә әүҙем эшләй. Кисә кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2020 йылдың тәүге ун айы буйынса социаль-иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы.
Сәнәғәт етештереүе индексы октябрь һөҙөмтәләре буйынса 100,5 процентҡа еткән (10 ай эсендә дөйөм алғанда – 97,1 процент) һәм уртаса ил күрһәткестәренән юғарыраҡ булған. Ыңғай динамиканы металлургия, автотранспорт, еңел сәнәғәт, электр ҡорамалдары һәм дарыуҙар етештереү тармаҡтары күрһәткән.
– Был күрһәткестәр беҙгә ышаныс өҫтәй. Минеңсә, яйлап аяҡҡа баҫабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең етештереүҙе туҡтатмауыбыҙ һәм иҡтисадҡа өҫтәмә ярҙам күрһәтеүебеҙ ыңғай һөҙөмтә бирә.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисад тотороҡлолоғон нығытыу өсөн ярҙамдың өсөнсө пакетын әҙерләп бөтәсәк. Ул яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 18,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә етештереү күләме кәмегән сәнәғәт тармаҡтарын анализларға ҡушты. Бындайҙар араһында – йыһаздар етештереү һәм полиграфия эшмәкәрлеге бар.
Ауыл хужалығы тауарҙары күләме ғинуар-октябрь айҙарында 3,9 процентҡа артҡан. Республикала малсылыҡ, ҡошсолоҡ, һөтсөлөк тауарҙарын һәм иген культураларын етештереү күләмен арттыралар.
Торлаҡ төҙөү буйынса ла республикала ыңғай динамика билдәләнә. Үҫеш 11,9 процент тәшкил итә. Инвестициялар күләме артыу күренеше лә һаҡланып ҡала. Был күрһәткес дүрт процентҡа яҡшырған.
– Дөйөм Рәсәй кимәлендә инвестиция эшмәкәрлеге кәмеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең республика ыңғай һөҙөмтә менән барыуын дауам итә. Был иҡтисадтағы бик мөһим күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мотлаҡ коронавирустың ауыр осорон үтәсәкбеҙ, шуға күрә бөгөндән киләсәкке үҫеш тураһында уйларға кәрәк.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле ағымдағы хәлдәрҙе һөйләне. Һуңғы тәүлек эсендә инфекция 130 кешелә асыҡланған. Дөйөм алғанда, пандемия башланған көндән алып 13318 кеше сирләгән. 394 кеше стационарҙарҙа дауалана. 32 ауыр сирле реанимация бүлексәһендә ята. 18 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған.
Радий Хәбиров, хәлдәр даими контролдә тотола, тине. Шулай уҡ ул өлкән йәштәгеләрҙең ҡурсаланыу режимын үтәүен ҡәтғи контролдә тоторға ҡушты. Нисек кенә булмаһын, сир тәү сиратта өлкәндәргә янай, һәм уларҙың өйҙә ултырыуы әле бик мөһим.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республика Себер тарафтарынан, Яҡут Республикаһынан ҡайтҡан вахтасыларҙы ҡабул итергә әҙер.
– Башҡортостан вахта ысулы менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн обсервация үтеү үҙәгенә әйләнгәйне. Беҙҙең дәүләт учреждениелары аша ғына 25 мең кеше үтте. Бер генә сирле хеҙмәткәр ҙә эш урынына сыҡманы. Тик һуңғы арала йәнә шылтыратыуҙар артты, беҙ ҙур компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Унда сирләүселәр, сир усаҡтары барлыҡҡа килә башлаған. Әле мәсьәлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешелә, уларҙы ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. Был һынауҙы ла үтә алырбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов.
Радий Хәбиров был хәлгә әҙер булырға ҡушты.
– Был бик етди көсөргәнеш буласаҡ. Себерҙә эшләгән ирҙәр ныҡлы булһалар ҙа, араларында сирләүселәр бар, тимәк, дауаханаларҙа урындар биләнәсәк. Хәҙер һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, күпме кеше килерен асыҡларға кәрәк: 50 булырмы, 300-500-мө. Эйе, беҙҙең системаға ныҡлы көсөргәнеш буласаҡ, тик беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бөтә эшселәрҙе лә алып ҡайтасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Әгәр кәрәк булһа, вахтасылар өсөн обсерваторҙар әҙерләнәсәк, шулай уҡ сирләгәндәргә дауалау ойоштороласаҡ.
Билдәле булыуынса, уҙған дүшәмбелә республикала ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәге эш башланы. Кәңәшмәлә был эшмәкәрлектең тәүге аҙнаһына йомғаҡ яһалды. Улар тураһында колл-үҙәктең координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева һөйләне.
– Әлегәсә ҡабул ителгән шылтыратыуҙарҙың 86 процентын операторҙар менән үҙаллы эшкәрттек, йәғни дауалау учреждениеларына, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына көсөргәнеш тыуҙырманыҡ. Тик 14 процент осраҡта ғына уларҙы йәлеп иттек. Беҙҙең эшмәкәрлек әлеге ваҡытта халыҡ өсөн дә, дауалау учреждениелары өсөн дә бик кәрәк. Беҙ социаль көсөргәнеште кәметеп кенә ҡалмайбыҙ, дауалау учреждениеһы эшен дә еңеләйтәбеҙ. Артабан да эшебеҙҙе ошолай дауам итәсәкбеҙ, – тине Римма Үтәшева.
Хөкүмәт кәңәшмәләрендә аҙна һайын тиерлек юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, юлдарҙа һәләк булған кешеләр һанын кәметеү темаһы күтәрелә. Был юлы ла Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына дәғүәләрен белдерҙе.
Министр Алан Марзаев белдереүенсә, үткән аҙнала республика юлдарында 62 авария булып, уларҙа 77 кеше йәрәхәтләнгән, 10 кеше һәләк булған. Йыл башынан алып аварияларҙа 404 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ә Радий Хәбиров йыл башында уҡ быйыл был күрһәткесте 400-ҙән арттырмаҫҡа тигән талап ҡуйғайны.
Кәңәшмәлә ул Алан Марзаевҡа һәм уның министрлығына был хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе. Радий Фәрит улы белдереүенсә, милли проект маҡсатлы күрһәткестәр билдәләй. Уға ярашлы, 2030 йылда республикала юл-транспорт һәләкәттәрендә үлгәндәрҙең һаны йылына 160-тан ашмаҫҡа тейеш.
– Һеҙҙең команда мин ҡуйған бурыстарҙы үтәй алмай. Ә улар нигеҙләнгән ине. Был турала ныҡлап уйланырға кәрәк. Мин Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты үтәйәсәкмен, һеҙҙең менәнме, һеҙһеҙме, тик был тормошҡа ашырға тейеш. Һеҙгә тағы бер мөмкинлек бирәм, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе декабрь уртаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына арналған ҙур кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Шулай уҡ Хөкүмәткә һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға яңы ҡануниәт уйлап табырға кәңәш итте. Уға ярашлы, бер нисә тапҡыр иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилен конфискацияларға кәрәк. Был законды Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү зарурлығы ла әйтелде.
Башҡортостанға ҡош киҙеүе хәүефе янай, тип хәбәр иткәйнек. Әле был сирҙең республикаға инеү осраҡтары теркәлмәгән. Тик республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, икенсе шулай уҡ ҡурҡыныс мал сирҙәре янай башлаған.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республика ошоға тиклем сирҙе индермәй тотоп тора.
– Хәлде тулыһынса контролдә тотабыҙ һәм тикшерәбеҙ. Силәбегә сир ит-һөйәк оно аша ингән. Ырымбурҙа ҡыр ҡабандары йоҡторған. Был беҙҙән ни бары 15-20 километр алыҫлыҡта ғына. Был хәлде республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә контролдә тотабыҙ, – тине Илшат Фәзрахманов.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үткән аҙналағы ФАП-тар төҙөү темаһын дауам итеп, 2021 йылға беренсел медицина звеноһын яңыртыу саралары тураһында сығыш яһаны.
Кәңәшмә һуңында Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь тармаҡта муниципаль һатып алыуҙар өлкәһендә тәртип булдырырға ҡушты. Республика етәксеһе әле һаман ихаталар ремонты менән шөғөлләнеүҙәренән риза түгел. Аҡса ваҡытында күсерелгән, ә эштәр һаман тамамланмаған. Был тәңгәлдә муниципалитет башлыҡтарына шелтә бирелде һәм эште яйға һалырға ҡушылды.
Радий Хәбировты борсоған тағы бер тема – “сәнәғәт патриотизмы”. Ул дәүләт һәм муниципаль ихтыяж өсөн республикала етештерелгән тауарҙы һатып алырға тәҡдим итә. Ә район һәм ҡалалар хакимиәттәре һаман ихата ремонтлағанда һәм башҡа ошондай эштәр башҡарғанда сит төбәктәрҙекенә өҫтөнлөк бирә.
– Беҙ сифатлы һәм хаҡтары дәғүәселеккә һәләтле тауарҙы үҙебеҙҙә етештерәбеҙ. Тик ни өсөн һеҙ һаман уны ситтән һатып алаһығыҙ? Шул уҡ ваҡытта транспорт өсөн дә сығымдар ҙур, – тине ул.
Радий Хәбиров министрлыҡҡа һәм контроль идаралығына муниципаль һатып алыуҙарға ревизия үткәрергә һәм шикле финанс схемаларҙы асыҡларға ҡушты. Кәрәк булһа, коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәр башланасаҡ.