Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 17:00

Ҡартаямы һуң был йөрәк?

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында егәрле һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Ауылым тип янып торған кешеләр бихисап. Тыуған Яйыҡбайының киләсәген ҡайғыртып, аҙна һайын төрлө эш башҡаралар, әүҙем ял итергә лә онотмайҙар. Батырға ла ял кәрәк тигәндәй, ауыл аҡһаҡалдары менән ағинәйҙәре бик матур ял итеп алырға тип, Манһыр ауылына барырға ниәтләне.

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында егәрле һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Ауылым тип янып торған кешеләр бихисап. Тыуған Яйыҡбайының киләсәген ҡайғыртып, аҙна һайын төрлө эш башҡаралар, әүҙем ял итергә лә онотмайҙар. Батырға ла ял кәрәк тигәндәй, ауыл аҡһаҡалдары менән ағинәйҙәре бик матур ял итеп алырға тип, Манһыр ауылына барырға ниәтләне.


Тәнгә сихәт, киләсәккә ынтылыш алып, күңелдәрҙе сафландырып ҡай­тыр өсөн юлландылар был сәфәргә. Ауылға килеп төшкәс, мәсеткә инеп, аят уҡып, намаҙға баҫҡандан һуң, Мөжәүир хәҙрәткә, мәңгелек йорто янында, зыярат ҡылдылар. “Тәнебеҙ­ҙә ниндәйҙер еңеллек хасил булды, ауырлыҡ ҡул менән һыпырып алып ташланғандай тойолдо”, – тип хис-тойғолары менән үҙ-ара уртаҡлашты улар.
Саф шишмә һыуынан ауыҙ итеп, йорт-музейына инергә рөхсәт һорап, шунда ыңғайланылар. Унда уның ейәнсәре Хәҙрәт тураһындағы иҫтәлектәрен һөйләне.
Ҡайтыу юлында скандинавса атлап, бейек тауға менеү теләге уянып, ихлас әүҙемдәр тауға үрмәләргә ҡарар итте. Алда тағы ла бик иҫтәлекле, яңы асыш көткән икән – Мөжәүир хәҙрәт шишмәһенә барып юлығалар. Һыу юлы юғалмаһын өсөн, унда оҙон торба ҡуйылған. Шишмә, ысынлап та, үҙенең көмөштәй саф һыуын тәмләргә форсат бирҙе. Әүлиә шишмәһенән һыу уртлау яйыҡбайҙар өсөн оло кинәнес, мөғжизә булды.
Ошо матур сәйәхәттән яңы көс-дәрт алып ҡайтты егәрле яйыҡбайҙар. “Был көн беҙҙең өсөн бүләк булды”, – тип Миңзәлә Ҡолһарина тәьҫо­раттары менән уртаҡлашты.
Ауылдаштар менән ошондай сәйәхәттәргә йөрөү яйыҡбайҙар өсөн күркәм йолаға әйләнә бара. Былтыр Ирәндек тауының иң бейек нөктәлә­ренең береһе Йәнгүзәйгә, шулай уҡ Исмәғил тауына күтәрелгәйнеләр. Районыбыҙҙа матур тәбиғәтле ерҙәр байтаҡ әле. Яйыҡбайҙарҙың шунда сәйәхәт ҡылыу теләге ҙур. Хәрәкәттә – бәрәкәт, бер аҙҙан тағы сәфәргә сығырбыҙ әле, Аллаһ бирһә, тип дәртләнеп ҡайтты ауыл халҡы.
Яйыҡбайҙың иң абруйлы һәм ихтирамлы кешеләре – ололарҙы ла тәбрикләргә онотманы ауылдаштар. Әлбиттә, илдәге сетерекле хәлгә бәйле, үткән йылдарҙағы кеүек сағыу тантана ойошторолманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, инәй-олатай­ҙарыбыҙ ҡыуанышып, тәбрикләүсе­ләрҙе өйҙәрендә ҡаршы алды. Ауыл­даштарының хәл белеп йөрөүҙәренә бик шат булып, рәхмәттәр уҡып, изге теләктәрен еткерҙе.
Бына шулай ғүмер үтеп бара,

Олоғаймай ҡайҙа барабыҙ?

Ҡотламай ҙа беҙҙе ҡара,

Күңелдәген ярып һалабыҙ.

Аллаһ әмере, ҡартайып та,

Мәңгелеккә, тигән, ҡайтырға.

Олоғайыу – үҙе бәхет,

Сал сәсеңә, йөрәк, ярһыма.

Ҡартаямы һуң был йөрәк?

Килһен йыл да алтын көҙ.

Ейән-ейәнсәрҙәр килеп торһон,

Ҡартаймаҫ бер ҙә күңел.

Байрам менән ҡотлайым,

Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр!
Беҙҙең Үрге Яйыҡбай ауылында әүҙем, сәләмәт тормош алып барған, тырышып донъя көткән ғаиләләр бик күп. Ихлас, тырыш ғаилә икәнлектәре ихатаға ингәс тә күҙгә ташлана: ҡура тултырып мал көтәләр, ҡош-ҡорт үҫтерәләр, баҡсаларында йәшелсә, емеш-еләк уңа, гөл-сәскәләре тирә-йүнде биҙәй. Эшһөйәр, әҙәпле, белемле балалар ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнә лә инде. Шундай ғаилә­ләрҙең бер нисәһен телгә алғы килә: Миңнур менән Мирза Ильясовтар, Көнһылыу һәм Рөстәм Рахман­ғо­лов­тар, Зифа менән Салауат Фәйзул­лин­дар, Сөмбөл һәм Фәһим Ильясовтар…
Ауылдағы йәнә бер матур йоланы телгә алыу фарыз булыр. Яйыҡ­бай­ҙар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хәс­тәр­леген күрә. Быйыл да тәбиғәтте һаҡ­лау мәсьәләһенең мөһимлеген аң­лаған ауылдаштар Әмәндәк йыл­ғаһы буйына ашыҡты. Араларында йәше-ҡарты ла, уҡыусылар ҙа бар ине.
Ауылдың үрге осонан башлап йылғаның эсен, тирә-яғын таҙартырға тотондолар. Йыйылған сүп-сарҙы Рауил Ғәли улы Ғарифуллиндың трактор арбаһына тейәнеләр. Бында һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ашыҡты. Биге­рәк тә ауылдың өлкән инәйҙәре Һө­йәрбикә Ҡолһарина (83 йәш), Һөйәр­бикә Йәмлихина (83 йәш), Мәрйәм Йәмлихина (73 йәш) йәштәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышты. Ауылдың бер осонан икенсеһенә тиклем йыйылған ҡыйҙы арбаға тейәп, күңелебеҙ булып таралыштыҡ. Йылғаларыбыҙҙың таҙалығы үҙебеҙ­ҙән тора, әлбиттә. Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ.

Читайте нас