25 йәшлек Белорет егете социаль селтәрҙә танышҡан ҡыҙҙың шантаж ҡорбаны була яҙған. Билдәһеҙ ҡыҙ сит кеше иҫәбенә байырға теләп, ошондай аҙымға барғандыр, күрәһең.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, егет социаль селтәрҙә матур ҡыҙ менән танышҡан. Һылыу яңы танышының иғтибарын тиҙ арала яулауға өлгәшкән, ышанысына ингән. Улар видеобәйләнеш аша һөйләшкән, аҙаҡ аралашыуҙары интим төҫ алған. Оҙаҡ та үтмәй, ҡыҙ ысын йөҙөн асып һалған: ул егеттән 10 мең һум аҡса таптырған, кире осраҡта, үҙҙәренең интим мөнәсәбәттәре тураһындағы мәғлүмәтте интернетта таратыу менән ҡурҡытҡан.