Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 11:30

Данил юғалған... Эте менән

Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек Данил Мәүлетҡоловты эҙләйҙәр.

"Отклик" эҙләү-ҡотҡарыу отряды белдереүенсә, 26 ноябрь Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 14 йәшлек Данил Мәүлетҡолов эте менән сыға, һәм кире өйөнә әйләнеп ҡайтмаған. Әлегә тиклем Данилдың ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел.
Ул һоро шапка, күк куртка һәм күк төҫтәге салбар кейгән, ботинкаһы ҡара төҫтә. Айырым билдәләре - күҙлек кейә. Әгәр ҙә кемдер малайҙы күрһә йә иһә ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә икән, тиҙ арала 8-987-10-60-601 йәки 02 телефондары аша хәбәр итеүҙәре һорала.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас