Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 17:57

Фотоконкурс “Башҡортостан” гүзәле”

Беҙ игеҙәктәр, Гөлиә менән Зилиә Мәмбәтовалар, сал ҡылғанлы Хәйбулла районының бай тарихлы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкәнбеҙ. Быйыл Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланыҡ.

Беҙ игеҙәктәр, Гөлиә менән Зилиә Мәмбәтовалар, сал ҡылғанлы Хәйбулла районының бай тарихлы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкәнбеҙ. Быйыл Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланыҡ.


Әле Өфө ҡалаһында эшләп йөрөйбөҙ. Студент йылдарында ғилми-ғәмәли конференция­ларҙа, олимпиадаларҙа, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Беҙгә Таулы Алтай, Мәскәү ҡалаларын күреү бәхете тейҙе. Уҡыуҙа күрһәткән уңыштарыбыҙ юғары баһаланды – һуңғы курста уҡығанда икебеҙ ҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары булдыҡ. Буш ваҡытыбыҙҙа ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, китап уҡырға, концерт-театрҙарға йөрөргә яратабыҙ. Шулай уҡ донъя буйлап сәйәхәт итеү – иң ҙур хыялдарыбыҙҙың береһе.


Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең тәмен, ҡәҙерен белеп йәшәү, илебеҙгә кәрәкле кеше булыу – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе, шуға ла беҙҙең тормош девизы мәшһүр шәхесебеҙ Ш. Бабичтың һүҙҙәренә ауаздаш: көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде.


Бәйгелә һынау тотор өсөн тү­бәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фото­һүрәтегеҙ менән бергә үҙе­геҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙаныш­тарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектә­рендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номинацияһында билдә­ләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фото­бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.
Читайте нас