Университет комсомол ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһында мине комсомол комитеты ағзаһы итеп һайланылар. Өҫтәүенә Киров район комсомол ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһына делегат итеп тә ебәрҙеләр. Бындай юл менән ижтимағи-сәйәси донъяға факультеттың комсбюро секретары төркөмдәшебеҙ Роберт Байымовтың тәҡдиме, ныҡышмалылығы арҡаһында инеп барғанымды яҡшы аңлай торғайным, әлбиттә. Ул нисектер үҙенән-үҙе остазым булып китте.
Мине мәҙәниәт секторына беркеттеләр. Ә конференцияла мин, делегаты булараҡ, ил, хатта донъя масштабындағы сәйәси проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашыуға йәлеп ителдем. 1961 йылдың октябрь айында КПСС-тың ХХII съезы үтте. Унда тарихи ҡарарҙар ҡабул ителде: Сталиндың кәүҙәһен мавзолейҙан сығарып, Кремль стенаһы янында ерләргә, КПСС-тың яңы уставын һәм программаһын ҡабул итергә. Программаның квинтэссенцияһы булған “Хәҙерге быуын совет кешеләре коммунизмда йәшәйәсәк” тигән оран бөтә донъяға еткерелә. Конференция – ундай форумда тәүге тапҡыр ҡатнашам – матур, күңелле, дәртле, йәштәрсә бара, яйлап аҙағына ла яҡынлаша. Бына ХХII съезд делегаты, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Фәйзрахман Зәғәфуран улы Зәғәфурановҡа һүҙ бирелә, тип иғлан иттеләр. Ул съезд, уның ҡарарҙары, Сталиндың шәхес культы, яңы Устав, программа хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләне.
Унан һуң трибунаға бер делегат сығып, съезд ҡарарҙарын беҙ, йәштәр, хуплайбыҙ, уның ҡарарҙарын үтәүҙә әүҙем ҡатнашырға кәрәк, тип тәҡдим индерҙе: “Өфөбөҙҙөң иң матур урамының Сталин исемен йөрөтөүе дөрөҫ түгел, уны үҙгәртергә кәрәк, урамды “Коммунистик” тип атайыҡ”, – тине. Беҙ, делегаттар, дәррәү ҡул саптыҡ, ҡарар ҡабул иттек һәм уны тамам хәл итһендәр өсөн юғары органдарға ебәрҙеләр. Шулай итеп, Өфөлә Коммунистик урам барлыҡҡа килде.
Коммунистик урамды тиҙ булдырҙыҡ, ә съезд иғлан иткән коммунизмды тәки төҙөй алманыҡ. Ундай мөһим мәсьәләне ҡарағанда, ҡарар ҡабул иткәндә Мифтахетдин Аҡмулланың “Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай, сәғәтте алға ебәреп, көн төн булмай” тигән һүҙҙәре берәйһенең башына килгән булһасы. Хәйер, ҡайҙан килһен, ҡайҙан белһен улар үҙҙәре билдәһеҙлеккә дусар иткән Аҡмулла ижадын?..
Бер тәнәфестә “А” төркөмөнән Люда Алексеева йүгереп килеп минең муйынға ташланды: “Талгат, наши в космосе!” Ихлас шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Ил өсөн ғорурлыҡ ташып бара. Йылдар үткәс, Юрий Гагарин Һарытау өлкәһендә килеп төшкән ергә, ундағы обелиск янына сәскә һалырға ла насип булды. Тағы бер обелиск-һәйкәлгә лә гөлләмә ҡуйырға яҙған икән миңә – Юрий Гагарин менән Владимир Серегиндың фажиғәһе булған – улар ҡолап төшкән Владимир өлкәһенең Александров ҡалаһы янында... Ниҙәр кисергәнмендер ул мәлдәрҙә...
Икенсе тәнәфестә “Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, ҡарағыҙ, Марат китеп бара” тигән тауыш ишетелеү менән беҙҙең төркөм һылыуҙары ике тәҙрәгә лә ҡаплана. Ә унда телеүҙәккә табан йәш егет үтеп бара. Оҙон буйлы, кәүҙәһен туп-тура тота, башы юғары сөйөлгән, етди ҡараш, сибәр йөҙ, һәлмәк аҙым. Ул – Көйөргәҙе егете Марат Рафиҡов, Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторҙарының береһе, экран йондоҙона әүерелеп барған сағыу шәхес.
Университет вестибюлендә былтырғы кеүек иғландар күренә башланы. Фәлән район студенттары шул көндә, шул сәғәттә Коммунистик урамы менән Социалистик урамы мөйөшөндәге фотостудияға (ул традицион урын икән) коллектив фотоға төшөргә саҡырыла. Беренсе курста аҙна һайын йүгереп төшөп иғлан ҡарайым – Маҡар районыныҡыларҙы саҡырмайҙармы? Юҡ. Тимәк, миңә йыйып ҡарарға кәрәк. Йыйылыштыҡ, фотоға төштөк. Күпме яҡташ бер-береһе менән танышты, киләсәктә лә кәрәк саҡта бер-береһенә таянды. Йәнырыҫ ҡыҙы Венера Абдуллинаға өйләнгән техник фәндәр докторы, профессор Юнир Абыҙгилдин – Сәлих егете – осрашҡан һайын: “Тәлғәт, рәхмәт һиңә, шәп бисә табыштың”, – ти торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ – яҡташтарым берәй төрлө мәсьәлә тыуһа, миңә өндәшер, фекеремде белергә, эште ойоштороу яғын миңә йөкмәтергә тырышыр булып китте. Ә мин баш тартмай инем.
1961 йылдың февралендә бөтә университетты шаулатырлыҡ ваҡиға булды. Уның сәбәпсеһе беҙ – II башҡорт-рус төркөмдәре һәм инглиз теле. Байтағыбыҙ ауылда сит телде бөтөнләй өйрәнмәгән, кемдәрҙер немец телен уҡыған, шуға күрә инглиз теле ауыр бара ине. Уҡытыусыбыҙ Диаров тигән ағай беҙгә нисек тә инглиз телен өйрәтергә тырыша. Тырышҡан кеүек, әммә этика ҡағиҙәләре тураһында ишетмәгән кешеләй тота ине үҙен. Дәрес һайын студенттарҙы мыҫҡыллай, кәмһетә, “деревенскийҙар” (эйе, беҙ “деревенскийҙар”, тик ул һүҙгә кире мәғәнә һала), улар наҙан була, баштары эшләмәй, тип ҡотороп-ҡотороп әрләй ине. Беҙ уға иҫкәрмәләребеҙҙе йышыраҡ әйтә башланыҡ, бер ҙә ипкә килмәгәс, уҡытыусыны алыштырығыҙ, тип деканатҡа ла мөрәжәғәт иттек. Деканат “Диаров уҡытасаҡ” тип ҡырт киҫте. IV семестрҙан башлап уның дәресенә йөрөмәҫкә, тип һүҙ ҡуйыштыҡ һәм барманыҡ.
Артабан ни булғаны билдәле инде: беҙҙе комскомитетҡа ғына түгел, парткомға ла саҡырҙылар. Сират ректоратҡа ла етте. Ректор Шәйхулла Хәбибулла улы Чанбарисов ныҡ ҡына ҡыҙған, бер аҙ әрләне лә, миңә текләп: “Сагитов, пойдешь на занятия?” – тине. “Не знаю, как другие, я на занятия к Диарову не пойду”. “Баимов, а ты?” “Не пойду”. Башҡаларҙан да берәм-берәм һорай: “Дәрескә бараһығыҙмы?” Яуап: “Юҡ”. “Имейте в виду, будут жертвы, жертвы будут”. Тағы һорай – яуап “юҡ”... Бер аҙҙан яңы уҡытыусы билдәләнеләр. Студенттарҙың байтағы өсөн беҙ “геройҙарға” әйләндек. Үҙебеҙҙең кәмһетелеүебеҙгә, мыҫҡылланыуыбыҙға ҡаршы сығып, бәҫ, дәрәжә, намыҫыбыҙҙы яҡлау өсөн көрәштә еңеп сыҡтыҡ. Дөрөҫ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “жертвалар” менән: ике төркөмдәшебеҙҙе – К.С. һәм Н.Һ.-ны бер йылға уҡыуҙан ситләтеп торҙолар – уларҙың инглиз теленән “ҡойроҡтары” бар ине. Иң мөһиме – ҡурҡманыҡ, көрәштек, ғәҙел талабыбыҙҙы үтәттек.
Тәнәфестә төркөмдәшем Камил Сиражетдинов эләктереп алды ла: “Их, Тәлғәт, беләһеңме, Орхон-Енисей яҙмаларын тапҡандар бит. Аңлайһыңмы шуны?” ти. Юҡ, ул ваҡытта аңламай инем. Хәҙер аңланым. Ирина Стеблеваның 1965 йылда уҡ сыҡҡан “Поэзия тюрков VI – VIII в.в.” китабын уҡый-уҡый. Уны аңлауға 1996 йылдың февралендә Мәскәүҙә үткәрелгән Беренсе Төрк ҡағанатының 1450 йыллығына бағышланған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыуым да ныҡ ярҙам иткәндер. Аптырарлыҡ тәүәккәллек булды был Власть тарафынан. Рәсәй империяһының бөгөнгө территорияһында иң беренсе дәүләт – Төрк ҡағанаты булған тигән хәҡиҡәтте Хөкүмәт тарафынан рәсми таныу ул.
Төркөмдәшем Ҡыйғы егете Мөхәммәтхәй Әхмәтов иһә “Орхон-Енисей яҙмаларында ҡылым” темаһына диссертация яҙып, фән кандидаты булды. Оло ғалимлыҡҡа ныҡлы юл алған ине лә, ғүмере бик иртә өҙөлдө. Беҙҙе әсендереп, һағышҡа һалып... Ә беҙ, физиктар һәм лириктар тип нарыҡланған дәүер студенттары, кемуҙарҙан даими үткәрелгән әҙәби кисәләргә, шиғриәт байрамына йөрөйбөҙ. Шағирҙар менән осрашабыҙ, шиғыр һөйләгәндәрен тыңлайбыҙ, китаптарын һатып алабыҙ, сираттарға тороп автографтар яҙҙыртабыҙ. Назар Нәжмиҙең автографлы “Ер һәм йыр”, Хәким Ғиләжевтең “Ҡырҡ алтынсы һалдат”, Рафаэль Сафиндың “Ышаныс” китаптары китапханамдың иң түрендә урын алды. Университеттың тамаша залында төрлө кисәләр, смотрҙар, байрам концерттары ойошторабыҙ.
Сәхнә уртаһында университет халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары – интернатташ дуҫым Вәли Байморатов менән дуҫлашасаҡ һабаҡташым, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Мәмбәтовтар бөркөттәрсә талпына, егеттәрсә өйөрөлә. Шунда уҡ ыҡсым кәүҙәһе менән бар сәхнәне буласаҡ академик Зиннур Ураҡсин тултыра, уның янында буласаҡ дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәид Миңдебаев. Ә бер аҙҙан сәхнә түрен Сафуан Әлибаев алыр: тәүҙә шиғыр һөйләп ҡыуандырыр, һуңынан йыры менән күңелдәрҙе елкендерер... Күҙ алдында ғалим тыуа. Бер семинарҙа Ғәйнан Әмириҙең “Ағиҙел” журналында баҫылған “Мораҙым” повесын тикшерәбеҙ. Иң төплө, уйланылған, дәлилле фекерҙәрҙе Роберт Байымов әйтте. Уҡытыусыбыҙ Әнүр ағай Вахитов уны тыңлап бөткәс, “Ә һин, Байымов, был фекерҙәреңде “Ағиҙел”гә яҙып ебәр”, – тип кәңәш бирҙе. Роберт яҙҙы. Мәҡәлә тиҙҙән килеп тә сыҡты. Уның күптәрҙе уятҡан “Мораҙым” уйландыра”һының резонансы көслө булды.
IV курс минең тормошома бер яңылыҡ алып килде. Т. Сәғитов – Тайфур була инде – дәүләт радиокомитетының музыкаль редакцияһы ҡарамағында йәмәғәт башланғысында ойошторолған “Халыҡ таланттары” радиожурналының башҡортса редакцияһына етәкселек итә ине. Ә бер көн “Мин “Ленинсы”ға даими эшкә күсәм, бында һине ҡалдырам” тине һәм һуҙмайынса радиокомитетҡа мине “күрһәтергә” алып китте. Тәүҙә музыкаль редакцияның өлкән мөхәррире Шәүкәт Мәсәғүтов менән таныштырҙы. Унан ишегенә “Ғ. Ғөзәйеров” тигән кабинетҡа барып индек. Унда ултырған ағай боролоп ҙур күҙҙәрен миңә төбәгәйне, йотолоп ҡалғандай булдым. Нимә әйткәндер, тулҡынланыуымдан, шөрләүемдән бер нәмә лә аңламаным. Унан сыҡҡас, “һине раҫланылар, эшләһен, тип фатиха бирҙеләр”, тинеләр.
Рәхәтләнеп эшләнем мин “Халыҡ таланттары”нда, шулай ҙа бер үкенесем ҡалды... Телеүҙәктән сығыуыма ҡаршыма бер егет килеп, уңайһыҙланып өндәште. “Мин төҙөүсе булып эшләйем. Бер ҡыҙ менән йөрөйбөҙ. Ныҡ яратам мин уны. Һеҙҙең тапшырыу программағыҙға уға бағышлап минең исемдән берәй йыр ҡуймаҫһығыҙмы икән? Ул йырҙа бындай һүҙҙәр бар: “Йә әле, иркәм, әйтсе дөрөҫөн, тыуғанһыңмы һин тик минең өсөн?” Көтөп торорға ҡуштым да өлкән мөхәрриргә индем.
Мәсьәләне аңлатып, ул егет шул йырҙы программаға индереүҙе һорай, индерәйек, тинем. Хужаның һүҙе ҡыҫҡа булды: “Юҡ!” “Нишләп?” Юҡ! Юҡ! “Бөттө!” – тип сығарып ебәрҙе. Өлкән мөхәррирҙең яуабын еткергәс, ул егеттең йөҙөн күрһәң: шағирҙар әйтмешләй, күҙенә йәш тығылған, өҫтөнә күк ауған, донъяһы емерелгән. Иртәгәһенә өлкән мөхәрриргә был үтенесте яңырттым. Был юлы Шәүкәт Мәсәғүтов ағайҙан киҫкен, хатта тупаҫ яуап алдым. Ыңғай – кире яуап, битарафлыҡ, ишетмәгәнгә һалышыу, яҡшылыҡ эшләргә теләп, шунда уҡ һикереп тороп хәл итә башлаумы – ниҙән тора икән? Һиңә тыумыштан бирелгән холоҡтанмы, билдәле бер мәлдәге кәйефтәнме, хәтер һандығынан ваҡытһыҙ килеп сыҡҡан ҡасандыр кәйефеңде ҡырған йә күккә күтәргән хәтирәләрҙәнме, үпкә-әрнеүҙәрҙәнме? Белмәҫһең. Ә бит был осраҡта яҡшылыҡ эшләү бер ниндәй ҙә көсәнеү ҙә, аҡыл, ваҡыт сарыф итеүҙе лә талап итмәй ине. Кискә табан ул егет тағы килде. Килде лә китте егетем. Телеүҙәктән. Минән китмәне. Халыҡта “үкенестәр була үткенсе” тиҙәр. Бәхәсләшмәйем. Был ваҡиғаға 58 йыл үтте, ә үкенес минән үтмәне. Уға “эй, егеткәйем, бәхетле булһаң ине был донъяла, бәхетле бул” тигән теләк кенә өҫтәлде.