Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 16:52

Өлгө булырлыҡ уңыштар күп

Бәләбәй районы тотороҡло үҫешә.

24 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәй районында булды. Бында ул сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышын ҡараны һәм онлайн тәртиптә күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе.


Төҙөкләндереү йылдам бара


Иң башта Радий Хәбиров Бәләбәй ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан “Йырсы шишмәләр” паркын төҙөкләндереү барышын ҡараны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда был биләмәне төҙөкләндереү проекты Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Проектҡа ярашлы парк биләмәһен яңынан планлаштыралар, иҫке ҡора­малдарҙы алып ташлағандар, йәйәүле­ләр өсөн юлдар һалғандар, террасалар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы, бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылған. Парк янында бизнес өсөн күп функциялы коворкинг-үҙәк тә төҙөлгән.

Башҡортостан Башлығы проектты тормошҡа ашырыуҙы бик юғары баһаланы һәм, ул башҡа ҡала-ауылдар өсөн өлгө буласаҡ, тине.
“Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә (ТОСЭР) заманса ит эшкәртеү комбинаты ла төҙөләсәк. Дөйөм инвестиция күләме 10 миллиард һум тәшкил итәсәк, һәм был проект бөгөн республикала иң ҙурҙарҙан һанала. “Таврос” компанияһы предприятиела үҙенең сусҡасылыҡ комплекстарында үрсетелгән сусҡа итен эшкәртергә һәм колбаса изделиелары, деликатестар етештерергә йыйына. Ҡеүәтенә килгәндә, йылына бер миллион баш мал һуйыласаҡ, 92 мең тонна ит эшкәртеләсәк.
Радий Хәбиров төҙөлөш майҙан­сығын ҡараны. Башҡортостан ит компания­һының генераль директоры Ринат Зәйнуллин хәбәр итеүенсә, пред­приятиеның дөйөм майҙаны 70 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
“Алдан планлаштырғанса, 1200 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Эшмәкәрлек тулы ябыҡ циклда ойоштороласаҡ. Беренсе этапта ит-колбаса изделиелары етештереүгә тәғәйенләнмәгән цехтар төҙөләсәк. Компания әле үк проект-тикшереү эштәре, ваҡытлыса электр менән тәьмин итеү, ваҡытлы юл һалыу һәм төҙөлөш майҙансығын әҙерләү өсөн 100 миллион һум аҡса йүнәлтте”, – тине Ринат Зәйнуллин.
Дөйөм 9,8 миллиард һум инвес­тицияның 1,5 миллиард һумы – Башҡортостандың Төбәк фондынан, Рәсәй банктарынан – 8,1 миллиард һум, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан алынған заем 1 миллиард һумға тиклем, ошо уҡ фонд аша инфраструктура объекттарын финанслаштырыу өсөн 1,6 миллиард һум алынасаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырып бөтөүҙең һуңғы срогы – 2039 йыл.
Ошо уҡ көндө Радий Хәбиров райондың ҙур предприятиеларының береһендә – “Автонормаль” заводында ла булды.

Приют нисек йәшәй?


Артабан республика етәксеһе Приют ҡасабаһына барҙы һәм Магистраль урамындағы ихата биләмәһен төҙөклән­дереү менән танышты. Ул “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы яңыртылған.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев белдереүенсә, былтыр ҡасабала 13-сө квартал тулыһынса төҙөкләндерелгән. Унда 13 күп фатирлы йорт урынлашҡан. Экономияланған 1,49 миллион һумға Магистраль урамындағы 13-сө йорт ихатаһын яңыртҡандар.
Быйыл иһә комплекслы төҙөклән­дереү өсөн 750-нән ашыу кеше йәшәгән дүрт күп фатирлы йорт ихатаһы һай­ланған. Бында асфальт түшәлгән, туҡталҡа урындары тәртипкә килтерел­гән, тротуар, контейнер майҙансығы ҡуйылған, бордюрҙар алмаштырылған, хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы эшләгәндәр, эскәмйәләр урынлаштырылған, яҡтылыҡ, видеокү­ҙәтеү системалары бар. Был маҡсатҡа барлығы 10,7 миллион һум аҡса тотонолған.
Приют ҡасабаһындағы Дан паркында Радий Хәбиров “Башын һалған геройҙарға – дан!” мемориаль комплексына сәскәләр һалды һәм биләмәне төҙөкләндереү мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты. Парктың дөйөм майҙаны – 10 гектарҙан ашыу. Уның ҙур өлөшө – бейек тирәктәр үҫкән йәшел зона. Паркты былтыр төҙөкләндерә башлағандар. Ингән урынды, мемориаль комплексты ремонтлағандар, йәйәүлеләр юлына асфальт һалғандар, яҡтылыҡ систе­маһы ҡуйылған, пушкалар һәм иҫтә­лекле ҡорамалдар постаменттары яңыртылған. Был маҡсаттарға 6,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Экономия­ланған суммаға хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы ҡуйылған.
Быйыл паркты төҙөкләндереүҙе дауам иткәндәр. Декабрь уртаһында тамамланасаҡ эштәр үҙ эсенә ҡыуаҡ­лыҡтарҙы, серек ағастарҙы таҙартыу һәм ҡырҡыу, ағастарҙы яңыртыу, асфальт түшәү, йәйәүлеләр юлын тәртипкә килтереү, концерт зонаһын ремонтлау, спорт майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу, фотозона урынлаштырыуҙы ала. Быйыл паркты төҙөкләндереү өсөн 11,5 миллион һум аҡса тотонолған.
Приют ҡасабаһында Радий Хәбиров 1983 йылда төҙөлгән “Нефтсе” стадионында ла булды. 2013 йылда спорт ҡоролмаһын урындағы властарға тапшырғандар, улар йыл һайын өҫтөнлөклө ремонт үткәреп тора.
Ауыл кешеләре менән аралашҡан саҡта Башҡортостан Башлығы Хөкү­мәткә 2024 йылға тиклем Приютты комплекслы үҫтереү буйынса махсус программа әҙерләргә ҡушҡанын һөйләне, мәктәптәрҙең береһендә стоматология кабинеты булдырырға ҡушты.


Предприятиелар ярҙам аласаҡ


Күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе Бәләбәйҙәге “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы майҙансы­ғында ойошторолдо.
“Автонормаль” Бәләбәй заводы генераль директоры Роман Букарев Радий Хәбировты етештереү технологиялары менән таныштырҙы һәм сығарыл­ған тауар ассортиментын күрһәтте.
“Рәсәйҙәге һәр өсөнсө автомобиль беркетеүсе деталь бөгөн Бәләбәйҙә етештерелә, – тине Роман Букарев. – Шуға күрә был автомобилде һатып алған кешеләр үҙҙәренең хәүефһеҙ­легенә инана ала. Шул уҡ ваҡытта завод донъя кимәлендәге автомобиль төҙөүсе компаниялар менән хеҙмәт­тәшлеген дауам итәсәк. Быйыл беҙ Рәсәйҙә беренсе булып Volkswagen өсөн рәсми беркетеү деталдәре етештереүсе булдыҡ, тауарыбыҙҙы көнбайыш стандарттары буйынса сертификация үткәрҙек. Әле башҡа сит ил етештереүселәре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләһе йылда сығарылған тауар күләмен 10 процентҡа арттыра алырбыҙ тип уйлайбыҙ”.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды: завод яңы хеҙмәткәрҙәргә мохтаж. Башҡорт­остан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына “БелЗАН” заявкалары буйынса урындағы кол­ледждарҙа маҡсатлы рәүештә белгестәр әҙерләүҙе ойошторорға ҡушты. Шул иҫәптән ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ҙа булырға тейеш.

Читайте нас