“Бүздәк соусы” иҫкә төшөрҙө
Зиләне ерләгәс, донъяла бер “зомби” булып йөрөнөм. Эшкә барам, ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуям, нимәлер хәл итәм. Бөтәһе лә автоматта. Рулдә нисек йөрөгәнмен?!
Бер ай шулай томанда үтте. Бәләкәй ҡыҙым юллама буйынса Артекка ялға китте. Мин "приемный родитель" булһам да, ысынбарлыҡта ул мине тәрбиәләне. Өлкән ҡыҙым – Өфөлә уҡыуҙа. Асыҡтыра бит. Билмән эшләп киткәйне ҡыҙҙар. Бешереп ҡарайым, нимәлер оҡшамай. Уйлай торғас, соус кәрәк икәне иҫкә төштө. Магазинға инеү менән, күҙемә "Бүздәк соусы" тигән этикетка ташланды һәм Рәмзиә "ҡылт" итеп күҙ алдыма килеп баҫты. Бүздәк автотранспорт предприятиеһында ире эшләгәнен белә инем. Шунда йәшәйҙер тип уйлайым. Һатыусы: "Зәбирович, һеҙгә нимә булды?" – тигәнгә әйләнеп ҡараһам, магазиндағы кешеләр мине йәлләп ҡарай икән. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, сөнки йәлләгәнде яратмайым. Бер ҡасан да меҫкен булманым. Соус алдым да ҡайттым. Ашап ултырам, банкалағы ҡыҙ һүрәтенә ҡарайым. Рәмзиәгә оҡшатып ҡуям! 16 йыл күргәнем юҡ! Ишеткән дә юҡ хатта. Шулай аңҡы-тиңке ултыра торғас, “Бәйләнештә” селтәрендә эҙләп ҡарарға булдым. Тик фамилияһын белмәйем, ә Рәмзиә исемле ҡатын-ҡыҙ быуа быуырлыҡ.
Яңы йыл үтеп китте. Эҙләйем, таба алмайым. Өмөт өҙөлөп килә. Һәм шул саҡ Рәмзиә үҙе миңә ҡайғымды уртаҡлашып социаль селтәр аша хәбәр яҙып ебәргән! Эй һөйөндөм! Тик алдан уҡ үҙемә йөкләмә алдым – ғаиләһенә зыян итмәҫкә! Кеше бәхетен емереп, бәхетле булып булмай. Шулай ҙа тормошомда ниндәйҙер яҡты нур барлыҡҡа килде. Ҡайтып ҡапҡылайым да, яңылыҡтар, уртаҡ таныштар, эш тураһында яҙам.
Шул осорҙа миңә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғаттылар, суд башланып китте. Шуны төпсөрләп яҙам. Бына әлеге һымаҡ кемгәлер серемде сисергә кәрәк булғандыр. Уның тураһында һорамайым, фотоларын ҡарайым. Өс ҡыҙы бар икән, тип уйлайым. Әллә дүртәүме? Тик ни өсөндөр иренең фотоһы күренмәй. Шофёр бит, өйҙә лә йүнләп тормайҙыр. Арып ҡайталыр ҙа, иртән тағы рейсҡа сығып китәлер. Исемен иҫкә төшөрөп маташам, Азат тип хәтерләгәнмен һымаҡ. Ике-өс тапҡыр яҙа-йоҙа күргән кеше. Эх, мин әйтәм, бәхетемде үҙем биреп ебәрҙем бит сит-ятҡа! Шашлыҡ бешереп, йырлашып ултырҙыҡ Зыңғырау шишмәһе тауында.
Мин ул урынды бәләкәйҙән "үҙемдеке" тип һанай торғайным. Аҙаҡ шулай булып сыҡты ла. Колхоздан беренсе булып сыҡтым. Пай еренә шул шишмә буйын һорап алдым. Зиләгә һыу юлын шунда башлаттым. Ауылда үҙемдең ихатала атай эшләгән ҡоҙоҡ бар ине. Ҡунаҡтар ауыл буйлап йөрөргә теләй бит. Ә мин атайҙың рухы алдында уңайһыҙланам. Минең ҡойоно һанға һуҡмай, Зиннәт ҡойоһона киленгә һыу башлаттың, шилма малай, тип үпкәләп төшкә инер, йәнәһе. Уйлай торғас, Зыңғырау шишмәһе иҫкә төштө. Ҡапҡанан сыҡтыҡ, “уңға боролоғоҙ” тинем. Ары барабыҙ, баҫмаға еттек. Һеңлекәштәр миңә һораулы ҡараш ташлай. Мин “боролмайбыҙ, тапҡыр” тип ишаралайым. Әһә, Зиннәт ҡойоһона, тип сосораҡ кешеләр һыу һатырға йүгерә башланы. Мин мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып барам. Зиннәт ағайҙарға етмәҫ элек юл уңға борола, тауға. Ә унда ялан, яланда – батҡаҡ. 1 Май! Кешеләр аптырап миңә ҡарай, был шатлығынан аҡылға еңеләйеп киттеме, тип уйлайҙар инде.
Тауға мендек тә ялан ситенән, әсәйҙәр йәш килен саҡтағы тап-таҡыр һуҡмаҡтан, Зыңғырауға юл тотабыҙ. Бөтәһенә лә оҡшаны был мажара! Ҡыланып, әрһеҙләнеп ауыл туйының бәҫен төшөрөп бөттөк һуңғы йылдарҙа. Минең туйҙа башҡортса йырлап, бейеп йөрөнөк.
Шул Зыңғырау тауында үҙемдең яратҡан йырымды йырланым: "Мин һине шундай һағындым, һиҙәһеңме икән шуны..." Башҡалар өсөн был “Айытбайҙың "төшөрөп" алғанда йырлаған йыры” тип ҡабул ителде. Рәмзиә генә дөрөҫ аңлаған. Уның ире, БСТ-нан Белорет районы тураһында күрһәтә башлаһалар: "Ҡара, хәҙер Айытбайың күренер", – тип теңкәһен ҡоротҡан. Өйләнешкәс кенә, Рәмзиә был турала һөйләп, көлөшөп алдыҡ.
Шулай итеп, тыштан – йырлап, эстән – илап биреп ебәргән Рәмзиәмде таптым. Тик артабан ни эшләргә? Дүрт ҡыҙ менән иренән айырып алып китеп булмай бит! Үҙемдең ике ҡыҙ! Үҙ-ара һыйышмаясаҡтары билдәле. Шул осорҙа судья миңә эшеңде "айырым тәртиптә" ҡарайыҡ тип тәҡдим итте. Риза булдым. Яҡшы кешеләр бар икән! Февраль башланды. Яҙмаһам да, көн һайын фотоларын ҡарап алған булам, дуҫтарын тикшерәм. Ире тураһында белергә теләйем, тик мәғлүмәт юҡ. Аптыраҡ!
Мин ике йыл Сорғот ҡалаһында хеҙмәт иттем. Ул ҡаланы бик яҡшы беләм. Хәрби частың бухгалтеры булдым. Беҙҙең һалдаттарҙы кәрәк саҡта шундағы йорт төҙөү комбинатына (ДСК) төрлө эшкә йәлеп итә торғайнылар. Йә төштән һуң, күнекмәләр бөткәс, йә төнөн, ундай ваҡыттар һирәк булды. Ә әҙерлекте бөткәс, мин көн һайын ойошмалар буйлап документ төҙөп йөрөй башланым. Сорғотто Белореттан да яҡшыраҡ белә инем.
Бер ваҡыт Рәмзиәнең фотоһында Сорғоттағы таныш урынды күреп ҡалдым. Һорап яҙҙым: "Сорғотҡа ҡунаҡҡа барғайнығыҙмы?" "Мин бит шунда йәшәйем. Рәил менән тормош алға барманы, аҙып-туҙып йөрөй башланы", – тип яуап яҙҙы. Мин әйтәм: "Ниндәй Рәил тураһында һөйләйең, һин бит Азат менән киткәйнең?!" "Азат? Белмәйем ундай кешене". Эй һөйөндөм шулай булғанына! Алйот инде бына мин. Кешенең бәхетһеҙлегенә һөйөнөп ултырыу диуаналыҡ бит!
Мин үҙемә: "Айытбай, был һиңә яҙмышыңды төҙәтер өсөн һуңғы мөмкинлек. Икенсе яҡтан, ҡыҙҙар ҡабул итмәһә? Ике ут араһында ҡалам бит. Ә уның ҡыҙҙары мине ҡабул итерме? Ике түгел, ете ут була бит!" – тинем. Баш тубал һымаҡ! Һорап яҙам ҡыҙҙары тураһында: “Нисә йәштә, нисәнсе класта уҡыйҙар?” “Ҡыҙым берәү генә, әле минең менән. Тиҙҙән буласаҡ кейәү армиянан ҡайта”, – ти. Ә теге өс ҡыҙ – ике туған ҡустыһының кәләше менән ҡыҙҙары булып сыҡты.
Яҙыша торғас, осрашырға булдыҡ, ниһайәт. Миәс ҡалаһына тиклем поезд менән ҡайта, мин шунда ҡаршы алам. Төндә сығып киттем. Ҡыҙым Алһыу: "Ҡайҙа бараһың?" – тип һорай. “Эшем бар, төшкә ҡайтып етәм”, – тинем. Дөрөҫөн әйтергә шөрләйем. Ул ҡыҙыҡай бәләкәй сағынан "прокурор" булды инде. Бер заман Өфөнән ҙур түрәләр килде, һыйламаһаң булмай. Үҙем дә апаруҡ төшөргәнмен, күрәһең. Шулай ҙа өйгә ҡайтып еткәнде хәтерләйем. Ингәнмен өйгә һәм ишек төбөндә тәгәрәгәнмен. Иртәнсәк Алһыу янымда баҫып тора, бәләкәй генә булып, бөйөрөнә таянып: "Тағы ла шулай эсеп ҡайтһаң, каражыңа күсәң!" “Караж” тигәне – гараж.
Зәбировичтың ситтә ҡыҙы булған икән...
Алһыу – Ҡатай ҡыҙы, Зиләнең ауылдашы. 2006 йылда ҡәйнәгә бесән эшләшергә барғайныҡ. Кис ҡайтып киләбеҙ. Балалар уйнап йөрөй. Бер малай ғына ситтәрәк тора, ә күҙҙәрендә – әйтеп бөткөһөҙ һағыш! Әле лә яҙҙым да, илап та ебәрҙем...
Ҡәйнәнән һорайым: "Был малайҙы башҡалар ҡыйырһытамы әллә?" Ул миңә: "Малай түгел, ҡыҙ бала ул. Ҡарт өләсәһе менән йәшәй, ә уға 80 йәш". Мин ҡайтып киттем, Зилә менән Аэлита ҡәйнәлә ҡалды. Эшкә барам – ҡулға эш бармай, теге ҡыҙыҡай күҙ алдында тора бит, һағышлы күҙҙәре менән ҡарап.
Йома көн тағы киттем Инйәргә. Ауыл хакимиәтенә инеп, коллегамды иҫкәрттем. Баланы алып ҡайтам, урлаған тип эҙләп йөрөмәһендәр, тип. Ғайса Ғабдулхаҡович аптырап китте. “Өләсәһе ризамы?” – тип һорай. “Өләсәһе белмәй, ә риза буласаҡ!” Киттем ауылға. Әбей менән оҙаҡ ҡына һөйләштем дә ризалығын алдым. Алһыуҙы саҡ өгөтләнем: “Ҡунаҡҡа алып барам икенсе өләсәйеңә”, – тинем. Шулай итеп, ҡыҙҙы алып ҡайтып киттек.
Документтары юҡ. Киттек иртәгәһенә Магнитогорск ҡалаһына. Матур кейемдәр һатып алдыҡ. Икенсе кешегә әйләнде лә ҡуйҙы был ҡыҙыҡай! Өс көндән уҡыу йылы башланды, дүртәүләп барып индек Белем байрамына. Халыҡ аптырай, теге бала минән бер аҙым да ҡалмай. Шунда уҡ: "Зәбировичтың ситтә ҡыҙы булған икән, шуны барып алған", – тигән хәбәр тарала. Уҡытыусылар шулай фараз ҡылған. Зиләнән уратып-суратып һорайҙар икән, ә ул йылмайған да ҡуйған.
Линейка бөттө, минекеләр мәктәпкә инеп китте, беҙ Алһыу менән тороп ҡалдыҡ. Нимә эшләргә? Киттек балалар баҡсаһына. Ҡаршыға мөдир Лена Ғәбделхаҡовна йылмайып килеп сыҡты. “Бына һеҙгә яңы тәрбиәләнеүсе, исеме Алһыу”, – тинем дә, һүҙ ҡуйыртырға ирек бирмәй, сығып та киттем. Мартҡа тиклем бер ниндәй документһыҙ йөрөнө. Прокурор бәйләнә башланы, шунан ғына документ эшләттем "приемный ғаилә" тип.
Кешегә бәхетле булыр өсөн бер һүҙ етә
Бына шул Алһыу йәне көйөп тороп ҡалды, мин сығып киттем Рәмзиә менән осрашырға.
Миәс буйлап ҡараңғыла арыу ғына аҙашып йөрөнөм. Шулай ҙа таптым вокзалды. Поезды көтәм. Килә. Әллә ҡасырға инде, тип уйлайым. 29 йыл үткәс осрашабыҙ! Уйлап ҡараһаң, бөтөнләй икенсе кешеләр бит инде беҙ. Тик аяҡтар перронға йәбешкән, ҡуҙғалырға теләмәй. Уйға батып, Рәмзиәне күрмәй торғанмын. “Привет!” – тип ҡосаҡланы был. Йөрәгем ысҡынып киткәндәй булды. Кешегә бәхетле булыр өсөн ана шул "Привет!" тигән һүҙ ҙә етә икән.
Кисәге генә оҙатҡанмын да, бөгөн килеп ҡаршылаған һымаҡ, сумаҙанын һөйрәтеп, үҙен ҡултыҡлап киттек машинаға. Магнитогорск ҡалаһына ҡуҙғалдыҡ, унда һеңлеләре йәшәй. Һөйләшеп хәбәр бөтмәй. Мине ҡырыҫ холоҡло кеше тип әйтәләр. Күрһәләр ине шул саҡта, ышанмаҫтар ине. Оҡшаған кеше тип әйтерҙәр ине. Юл буйы һәр беребеҙ ҡыҫҡаса тормошон һөйләй. Минең ҡосаҡлап, бер һурып үпке килә лә бит, тик руль ҡамасаулай. Вокзалда кешеләрҙән тартындым. Унда мине кем белә инде?! Вәт иҫәр!
Килеп еттек Магнитогорскиҙағы бажаларға. Артабан нимә эшләргә? Ҡыҙҙар мине эҙләп шылтырата. Мәйсәрә апайыма беҙгә килеп тороуын һорап шылтыраттым. Риза булды. Фариза апай ҙа килгән. Йоҡларға ҡалдыҡ һеңлеһендә. Бүлмәгә инһәм, бер карауатҡа урын әҙерләнгән ике кешегә. Бер-беребеҙҙән айырым йәшәгән йылдар теҙмәһе бер юлы юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. 29 йыл күңелдә йөрөгән икән теге хыялым. Уның хәҙер инде толомдары булмаһа ла, мин бәхеттең етенсе ҡатында инем. 14 февралгә тура килгән бит әле осрашыу!
Тәүге тормош иптәшем үҙе иҫән сағында уҡ яңынан өйләнергә рөхсәт биргәйне, шуға күрә мин уның рухы алдында ғәйеп тойманым. Ә апайымдар икенсе төрлө фекерҙә булып сыҡты, йәнәһе, килен үлгәнгә ике ай ҙа үтмәне, ә был кәләш алырға йөрөй, фәлән дә фәсмәтән. Йәкшәмбе беҙҙә хоккей булырға тейеш ине, Рәмзиәне ҡалдырып ҡайтып киттем. Алһыуҙы ла ыңғайлатырға кәрәк бит. Өҫтәүенә апайҙар әрләй. Мөхәббәт тураһында һөйләп булмай, ишетергә лә теләмәйҙәр. Йәнем көйөп, апайға былай тинем: "Һин Фәрит еҙнәгә кейәүгә сыҡҡанда, Мәжит еҙнәнең ҡырҡы үткәйнеме?"
– Һин нимә, ул аҙаҡ үлде бит!
– Ә Сәғәҙәт еҙнә менән йәшәй башлағанда, Фәрит еҙнәнең үлгәненә нисә йыл үткәйне?
– Һы, һиңә бер ирең тере саҡта икенсегә кейәүгә сығырға ярай, ә миңә ҡатыным үлгән хәлдә лә өйләнергә рөхсәт юҡ! Ул ниндәй законда яҙылған?!
Апайҙар көлә башланы, баҡтиһәң, икенсеһенең дә "ауыртҡан" еренә тейгәнем.
Алһыу ҙа әйткәнде тыңлап тора. Көлмәне лә, йылмайманы ла.
Хоккей бөтөү менән тағы саптым Магнитҡа. Ә башта план юҡ, нимә эшләргә лә белмәйем. Бер нисә көнгә генә ҡайтҡан Рәмзиәне өйөмә лә индермәй кире бороп ебәрһәм, башҡа осрашырға риза булмаясаҡ, кеше өйөндә иркенләп һөйләшеп тә булмай. Сермәнгә юлландыҡ. Тик Белоретта һеңлекәштә ҡалырға өгөтләнем, үҙем Алһыуҙы нисектер ыңғайлатырға өйгә ҡайттым. Яҡын да юламай был бала! Иртәгәһенә үҙемде "эшкинмәгән, сепрәк" тип әрләй-әрләй Рәмзиәмә һыпырттым.