Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 17:10

Ғүмерлеккә яҡын апһындар

Апһындар татыу булһа, аш етә, ти халыҡ мәҡәле. Апһын-килендәштәр үҙ-ара татыу булһа, ғаиләнең нигеҙе ныҡлы, нәҫел-нәсәбе көслө була, балалары араһында ла туғанлыҡ хисе иң тәүге урынға ҡуйыла. Йәмғиәтебеҙҙең ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға тап ундай ғаиләләр өлгө булып тора.

Апһындар татыу булһа, аш етә, ти халыҡ мәҡәле. Апһын-килендәштәр үҙ-ара татыу булһа, ғаиләнең нигеҙе ныҡлы, нәҫел-нәсәбе көслө була, балалары араһында ла туғанлыҡ хисе иң тәүге урынға ҡуйыла. Йәмғиәтебеҙҙең ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға тап ундай ғаиләләр өлгө булып тора.


Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәгән бер туған Хәсәновтар ғаиләһенә бер-бер артлы килен булып төшкән Рәхимә, Маһинур, Зәлифә һәм Фирҙәүес исемле килендәр үҙҙә­ренең татыулығы һәм бөгөнгә тиклем бергә аралашып йәшәүҙәре менән иғтибарға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Ауылдың бер урамын тәшкил иткән, бер-бер артлы күркәм йорттар һалып, ишле балалар үҫтергән Хәсәновтарҙың һәр береһе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә йә иһә дәфтәр тултырып яҙырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн апһындарҙың иң олоһо Рәхимә инәй араларында юҡ, ҡалған өс килендәше уның тураһында яҡшы һүҙҙәр генә еткерә.
Әйткәндәй, Рәхимә Сәйфулла ҡыҙы менән Сәфәрғәле Рәхимйән улы Хәсәновтарҙы районда ғына түгел, республикала белмәгәндәр һирәктер. Бөтә Рәсәй “Берҙәм ғаилә” телевизион конкурсы еңеү­се­ләренең (1982 йылда), Баш­ҡортостандың “Ғаилә биҙәге” республика фестивале лауреат­тарының (1998 йылда) 11 балаһын, кейәү-килендәрен, ейән-ейәнсәр­ҙәрен, бүлә-бүләсәләрен бергә йыйғанда, йөҙгә яҡын кеше иҫәп­ләнә. Был ғаиләнең иң ҙур еңеүе — 2008 йылда Мәскәүҙә үткән III Бөтә Рәсәй “Рәсәй ғаиләһе” ғаилә ижады фестивалендә ҡатнашып, “Рәсәй ғаиләһе” тигән исемгә лайыҡ булыуылыр.
Ғөмүмән, Хәсәнов­тарҙың ғаилә ансамбле районда ғына түгел, республикала ла берҙән-бер халыҡ ғаилә ансамбле исемен йөрөтә. Балаларында халҡыбыҙҙың моңло йырҙарына һәм мәшһүр бейеү­ҙәренә, сәсәндәр ижадына, боронғо йолаларға ҡарата тоғролоҡ һәм ҡыҙыҡһыныу уята алыуҙары менән бәхетле Рәхимә инәй менән Сәфәрғәле олатай. Шулай бул­маһа, балалары сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә халыҡ һөйөүен яулай алыр инеме ни?! Юҡтыр, үҙең йыр-моң яратмай тороп, бала күңеленә юл табыу еңелдән түгел ул.
Маһинур менән Миңлеғәле Хә­сәновтар 1948 йылда өйләнешеп, 11 балаға ғүмер бирә. Ғаилә башлығының баҡыйлыҡҡа китеүенә лә байтаҡ йылдар үткән, әле Маһинур Шәриф ҡыҙы улы Ринат менән бергә йәшәй. Туҡһанды тураҡлауына ҡарамаҫтан, инәйҙең зиһене яҡты, һаулығы шәп. 92 йәштә лә икмәкте үҙе бешерә, һалмаһын да йәйә. Бала ҡайғы­ларын да кисерергә тура килгән инәйгә, әммә яҙмышына зарланмай, барыһына шөкөр итеп, балаларының шатлыҡ-ҡыуа­ныстарына һөйөнөп йәшәй.
– Мин үҙем Таулыҡай ауылы ҡыҙымын, килен булып төшкән еремә таштай баттым, – тип кеткелдәп көлөп алды Маһинур инәй. – Һуғыштан һуңғы осор бигерәк тә ауырға тура килде. Ашарға ла, кейергә лә юҡ ине, әммә эш булды. Апһындар менән татыу йәшәнек, ирҙәребеҙ ҙә үҙ-ара һәр эште бергәләшеп баш­ҡарҙы, бер-береһенә ярҙам итте. Һәр ғаиләлә ишле балалар, улар йыл һайын тыуып торҙо, апай-ағайҙарына эйәреп үҫә барҙы.
Ниғәмәт ауылы ҡыҙы Зәлифә Фазылғүмәр ҡыҙы 1956 йылда Миңләхмәт Рәхимйән улы Хәсәнов менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Туғыҙ бала үҫтерә улар, балаларының бөгөн һигеҙе иҫән. Зәлифә инәй хаҡында мәҡәлә күптән түгел “Баш­ҡортостан” гәзитендә донъя күрҙе.
Затлы һәм данлы тоҡомдоң артабанғы шәжәрәһен Фирҙәүес һәм Хәмитйән Хәсәновтар дауам итә. Ғәҙелбай ауылы ҡыҙы Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы был ауылға 1972 йылда килен булып төшә. Биш балаға ғүмер биргән, әле 15 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше ике тиҫтә йыл элек вафат булған, шуға күрә Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙына донъяһын көтөргә, биш баланы тәрбиәләп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырырға тура килә. Әммә ул зарланырға яратмай: йәштәргә өлгө булырлыҡ донъяһын да баға, баҡсаһын да үҫтерә, урмандан емеш-еләген дә йыйырға өлгөрә, ҡул эштәренә бигерәк маһир, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы клуб мө­дире, социаль хеҙмәткәр булып эш­ләй, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Бөгөн Фирҙәүес Хәсәнова – ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, “Еңгәй­ҙәр” ансамбленең иң әүҙем ағза­ларының береһе. Ваҡытында ауыл советы депутаты булып һайлан­ғанға күрә, ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәткә лайыҡ.
– Килен булып төшкәндә, ҡайна­ғаларым һәм килендәштәремдең балалары сыр ҙа сыу килеп еңгә бүләге алырға килде. Һәр береһенә биреп торам, үҙем аптырайым, бөтә­һе лә уларҙыҡымы икән тип (йылмая-авт.). Бигерәк матур, татыу йәшәнек апһындарым менән. Бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәнек, ирҙәребеҙҙе яманлап ултырманыҡ, балаларыбыҙҙы айырманыҡ. Ҡай­һы саҡта кемебеҙҙәлер йоҡлап ҡалыр инеләр, үҙ-ара эләгешеп тә китерҙәр ине, әммә баламды һине­ке эткән йәки һуҡҡан тип йөҙ йыртыш­маныҡ, бер-беребеҙгә ошаҡ ташы­маныҡ. Булғанына шөкөр, бары­һына риза булып йәшәнек. Ҡайһы осраҡта үҙебеҙ ҙә көлә торғайныҡ: “Әллә беҙ бер туғандармы, әллә ирҙәребеҙме?” – тип. Бар ине күңелле саҡтар! – тип ғүмер ебен таратты Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы.
Уларҙың һәр береһен тыңла­ғандан һуң, ирекһеҙҙән шундай фекергә киләһең: апһын-килен­дәштәрҙең үҙ-ара татыулығы ҡәйнәләре Кәримә Ғатаулла ҡыҙының тәрбиә емешенән килә, сөнки ул һәр киленен ҡыҙылай яҡын күреп ҡабул иткән, айырып ҡарамаған. Уның үҙенең дә апһындары булған һәм улар араһындағы йылы мөнәсәбәт килендәренә өлгө булып торған.
Алдан әйтеүемсә, геройымдың ҡулдары алтын: һәр эште оҫта башҡара. Уның бәйләгән әйберҙәре күҙҙең яуын ала, күптәрҙең күңелен йылыта. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙа­рының биҙәнеү әйберҙәрен эшләй, селтәр, ҡашмауҙар яһап ҡыҙҙарына бүләк итһә, әле сиратта – ейәнсәрҙәре.
Бына шундай матур һәм татыу килендәштәр йәшәй Түбәнге Яйыҡбай ауылында. Мөхәб­бәттәренә, тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, лайыҡлы ғүмер кисер­гән, күп бала үҫтергән, сәләмәт тормош алып барған, йәшәйешкә матурлыҡ, нур өҫтәгән бер туған апһын-килендәштәр – Хәсәновалар кеүек әсәйҙәр – дәүләте­беҙҙең ныҡлы һәм ышаныслы терәге.


Баймаҡ районы.
Читайте нас