Улар бишенсе кластан алып таныш, бер ауылда йәшәп, бер мәктәптә белем ала, артабан дуҫлыҡтары оло мөхәббәткә әйләнә һәм 1973 йылда гөрләтеп туй үткәрә.
Заһира менән Нурислам Ишемғоловтар Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй. Ауылдаштары өсөн улар бик өлгөлө ғаилә, йорттарын шау сәскәгә күмгән оҫта баҡсасылар ҙа. Шулай булмаһа, быйыл Ишемғоловтар Бөтә Рәсәй “Ветеран ихатаһы” конкурсында ҡатнашып, грант яулап, бүләккә теплица отор инеме?!
Ҡырҡ ете йылдан ашыу бер-береһенә терәк булып, бер-береһен ҡәҙерләп һәм хөрмәт итеп, биш бала үҫтереп, уларҙың барыһын да уҡытып, оло тормош юлына сығарып, бөгөн уларҙың балаларына һоҡланып, уларҙы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән бәхетле олатай һәм өләсәй улар.
Техниканы бала саҡтан яратҡан ғаилә башлығы хеҙмәт юлын колхозда тракторсы булып башлай, аҙаҡ склад мөдире була. Заһира Вәли ҡыҙы ла колхозда эшләй, артабан мәктәпкә лаборантка булып урынлаша, аҙаҡ эштәр идарасыһы, мәктәп яны участкаһы мөдире, тәрбиәсе була, хатта дәрестәр ҙә уҡыта. Икеһе лә хаҡлы ялға сыҡҡас, Ишемғоловтар күптән күңелдәрендә йөрөткән шөғөлдәренә – баҡсасылыҡҡа ныҡлап тотона. Йорт хужаһы, төрлө ағастар ултыртып, уларҙың емештәрен күреп ҡыуанһа, хужабикә сәскәләр үҫтерә. Йәй көнө ихаталары аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, тәмле еҫтәре әллә ҡайҙан бөркөлөп тора, ә матурлығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел... Күҙҙең яуын алыр ҡып-ҡыҙыл раузалар тиһеңме, петунияларҙың әллә күпме төрө, гиацинт, гладиолустар булһынмы, иртә яҙҙан бар тирә-йүнгә матурлыҡ өләшкән ләлә-лилиәләр, пиондармы – барыһы ла Ишемғоловтарҙың ихатаһын йәмләп кенә ҡалмай, тотош ауылға ла матурлыҡ өҫтәй. Бында килгән һәр кем улар үҫтергән баҡсаны күреп һоҡлана, йорт хужаларының уңғанлығына хайран ҡала.
Ишемғоловтар заман менән йәнәш атлай, баҡса һәм сәскә үҫтереү буйынса төрлө мәғлүмәттәрҙе өйрәнә, социаль селтәрҙә уларҙы нисек үҫтереү, орлоҡтарын һатып алыу кеүек һорауҙарға яуап таба, башҡаларҙың кәңәштәрен уҡып, уларҙы ҡуллана. Үҙҙәре лә тик ултырмай: төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша һәм еңеп тә сыға. Йыл һайын ауыл биләмәһе, район буйынса үткән “Сәскәле йорт” номинацияһында уларға тиңләшеүселәр табылмай. Быйыл иһә Бөтә Рәсәй конкурсында оло еңеүгә лайыҡ булалар.
– Балаларҙың барыһының да үҙ ғаиләләре бар, беҙгә ни, пенсионерҙарға, көн үткәрергә лә кәрәк бит. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип юҡҡа әйтмәйҙәр, мал көтәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, күп итеп картуф сәсәбеҙ. Бәләкәйҙән гөл-сәскәләр үҫтерергә яраттым, көҙҙән алып яҙға тиклем тәҙрә төптәрендәге гөлдәрем шау сәскәгә күмелә, йәйен баҡсамда сәскәләр күңелде иркәләй. Иртә менән иң тәүҙә улар менән иҫәнләшеп, бер аҙ һөйләшеп алам. Уларға ла тәрбиә-наҙ кәрәк, саҡ ҡына иғтибар етмәһә, шиңә башлай, сәскәләрен ҡоя, – ти әңгәмәсем.
Уңған кеше бар яҡлап булдыра тигәндәре хаҡтыр, моғайын. Нурислам Әбделмән улы ағас эшенә оҫта булһа, Заһира Вәли ҡыҙы ҡул эшенә маһир. Ул дүрт ҡыҙына бирнә итеп эшләгән арҡыры-буй ҡорама юрғандары, күҙ нуры түгеп бәйләгән әйберҙәре, ҡыҙҙары һәм ейәнсәрҙәренә эшләгән хәситә-иҙеүҙәренең иҫәбе-һанына ла сығырлыҡ түгел.
Бына шундай матур, өлгөлө ғаилә йәшәй Хәйбулла тарафтарында. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларына ярҙам итеп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, улар янында бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр донъяла! Хәйер, балаларына, туғандарына, ауылдаштарына ни тиклем оло тормош һабаҡтары биргәндәрен үҙҙәре лә белмәйҙер әле.