Өфөлә йәш ғалимә, эпостар белгесе Гөлнар Юлдыбаева вафат булды. Уға ни бары 43 йәш ине.
Ҡатындың хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, үлеменең сәбәбе - коронавирус менән сирләгәс, йөрәге менән проблема барлыҡҡа килгән.
Гөлнар Вилдан ҡыҙы Юлдыбаева Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы фольклористика бүлегендә алдынғы ғилми хеҙмәткәр булды. Ғалимә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Институтта 1997 йылда эш башлай. Филология фәндәре кандидаты. 180 ғилми хеҙмәт авторы, 25 ҙур эштә авторҙаш. Ул - башҡорт эпостары буйынса бик күп эшләгән, уларҙың тарихын өйрәнгән һәм халыҡҡа еткергән кеше. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәре алған. “Рәсәй фольклорсылары союзы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Төрлө Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән наградланған.
Гөлнар Юлдыбаеваны тыуған ерендә, Сәйетбаба ауылында, ерләйәсәктәр. Беҙ уның ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.