Ҡышҡы һыуыҡта йылы өйгә килеп инеүҙән дә рәхәтерәк ни бар икән? Үҙәк ҡаҙанлыҡтан йылытыла торған йортта йә фатирҙа йәшәһәң, был хеҙмәт менән мәшәҡәтһеҙ генә файҙаланаһың. Йылылыҡ менән тәьмин иткән фирма үҙ эшенә яуаплы ҡараһа, көтөлмәгән көйөнөстәргә тарытмаһа, был тормоштан уңдым, тип ҡыуанырға ла була.
Шаран районының “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нәҡ клиент ихтыяждарына йүнәлеш тотҡан предприятиелар иҫәбенә инә.
“Тепловик” 2008 йылда ойошторола. Ул саҡта “Шаранжилкомсервис” муниципаль унитар предприятиеһын үҙгәртеп ҡоралар. Ойошманың йылылыҡ селтәрҙәре участкаһы нигеҙендә “Тепловик” ЯСЙ-һы хасил була ла инде.
Шул ваҡыттан алып Шаран ауылында үҙәктән йылытыла торған йорттарҙың, предприятие һәм ойошмаларҙың йылы менән өҙөклөктәрһеҙ һәм сифатлы тәьмин ителеше өсөн ошо предприятие яуаплы. Ул йылылыҡ энергияһын етештерә һәм бүлә, йылылыҡ селтәрҙәренең эшен тәьмин итә. Йәмғиәт ҡарамағында ике ҡаҙанлыҡ, йәмғеһе 16,8 километрлыҡ йылылыҡ трассаһы бар. Йылылыҡ трассаларына 113 йылылыҡ камераһы һәм ҡоҙоҡ ҡуйылған. 60 торлаҡ йорт йылытыла, уларҙың 36-һы – күп фатирлы. Шулай уҡ 36 бинала урынлашҡан 75 ойошма ла “Тепловик” менән килешеү төҙөгән һәм уның хеҙмәттәрен ҡуллана.
Системаны ремонтлау, яңыртыу эштәре даими алып барыла. 2011 йылда үҙәк ҡаҙанлыҡ реконструкцияланған. Йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу – көн үҙәгендә торған иң мөһим эш. 2019 йылға ҡарата селтәрҙәрҙең 75 проценты туҙған. Һуңғы өс йылда төрлө кимәл бюджеттан һәм үҙ аҡсаларына 4 километр торбалар алмаштырылған. 2021 йылда тағы 4,2 километрын алмаштырыу планға индерелгән.
Йылылыҡ селтәрҙәре сәғәт кеүек эшләп торһон өсөн күп нәмә кәрәк. Берҙән, йылылыҡ торбаларының, ҡоролма-ҡаралтыһының ҡараулы булыуы, ваҡытында яңыртылыуы ла, заманға ярашлы технологиялар һәм ҡорамалдар ҡулланыу ҙа шарт.
Икенсенән, эшселәрҙең, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ вазифалары өсөн яуаплылыҡ тойоуы, тейешлене еренә еткереп башҡарыуы, белеме, тәжрибәһе һәм квалификацияһы мөһим. Предприятие асылғандан эшләп йөрөгән ҡаҙанлыҡ операторҙары Павел Абхаликов, Дмитрий Молодцов, Рәмил Харисов, энергетик Салауат Шакиров маҡтаулы хеҙмәте менән абруй яулағандар. Өлкән бухгалтер Флүзә Биғәлина, бухгалтер Римза Антоненко, иҡтисадсы Гөлнара Зарифуллина, слесарь Тимерйән Мерәҫовтар уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ өлгөһө булып тора. Коллективты тәшкил иткән 17 эшсе тырышлығы менән өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай.
Өсөнсөнән, предприятие эшенең ойошторолоу кимәле һәм сифаты күп йәһәттән етәксегә бәйләнгән. “Тепловик” йәмғиәте етәксенән уңған. Директор Динар Шакиров был предприятиела 2012 йылдан алып коллективты алға әйҙәй. Квалификациялы белгес, һөҙөмтәле етәксе коллективында ғына түгел, бөтә Шаран ауылында ҙур абруй яулаған. Дүрт бала үҫтергән татыу ғаилә башлығы булараҡ та күптәргә өлгө Динар Дамир улы. Быйыл көҙгө һайлауҙа халыҡ уны урындағы Совет депутаты итеп һайлаған, шунан Шаран районы муниципаль районы рәйесе итеп ҡуйғандар.
Булдыҡлы етәксе һәм уның ҡул аҫтында хеҙмәт иткән тырыш коллектив шарандарҙың йорто һыуынмаһын өсөн оло яуаплылыҡ тойоп йәшәй һәм эшләй.