Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Минутдин Кәримовты һуңғы юлға оҙаттылар.
Ул 1940 йылда әрме сафына алына, Пермдең 385-се уҡсылар уҡыу полкында бүлексә командиры була. 1941 йылда фронтҡа китә. Һуғыш йылдарының уртаһында зенит-пулемет ротаһының 840-сы бүлексәһенә күсерелә. Рота фронтҡа йүнәлгән эшелондарҙы фашист бомбаларынан һаҡлай.
Минутдин Ғабдулла улы ике тапҡыр яралана, ҡаһарманлығы өсөн маршал Рокоссовскийҙың шәхсән рәхмәтен ала.
1951 йылда ғаиләһе менән Өфөлә төпләнә һәм янғын һағына эшкә урынлаша. Дим биҫтәһендә янғын депоһы төҙөүҙә ҡатнаша, артабан шунда инспектор булып хеҙмәт итә.
Минутдин Кәримов бар ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә, кешеләрҙе ҡотҡарыуға һәм уларға ярҙам итеүгә бағышлай.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.