Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Совет майҙанын төҙөкләндереү барышы менән танышты. Бында 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Майҙанды төҙөкләндереү эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамларға йыйыналар. Әле ҡуйыласаҡ һәйкәл өсөн нигеҙ әҙерләнгән. Фонтандың ер аҫты инженер селтәрҙәре монтажланған, гидравлик һынауҙар үткәрелгән. Ямғыр һыуын йыйыу урыны өсөн нигеҙ әҙерләй башлағандар.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙың ергә түшәлгән иҫке таш ҡатламын алып ташлағандар. Ағастарҙы декоратив яңыртыу эше дауам итә. Музыка мәктәбе алдында яҡтыртҡыстың декоратив терәктәре ҡуйылған. Йәйәүлеләр юлдары түшәлгән.
– Беҙ бында шыршылар ултыртасаҡбыҙ, сөнки Өфө халҡы ҡырҡылған ҡарт йүкәләр өсөн бик ҡайғыра ине, – тине Радий Хәбиров. – Совет майҙаны ысын мәғәнәһендә монументаль буласаҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның менән ғорурланасаҡбыҙ, яратасаҡбыҙ, бында балаларыбыҙҙы алып киләсәкбеҙ. Был - бөйөк урын. Тап ошонда 1942 йылдың мартында генерал Шайморатовҡа Ҡыҙыл Байраҡ тапшырғандар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.