Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында күп функциялы индустрия комплексын төҙөү ихтималы булған майҙансыҡтарҙың береһен ҡараны. Айырым алғанда, ул “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы үтәсәк урындың береһе буласаҡ. Республика был ҙур сараны 2021 йылда ҡабул итәсәк.
Участка “Зубов” индустрия паркы биләмәһендә урынлашҡан. Бында бөгөндән кәрәкле селтәрҙәр һәм инженер коммуникациялары бар.
– Беҙ 20 мең квадрат метрлыҡ ҙур павильон төҙөргә тейешбеҙ, был майҙансыҡ – мөмкин булған урындарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – WorldSkills Russia чемпионатына әүҙем рәүештә әҙерләнәбеҙ. Тик беҙҙең идея шундай: финалдан һуң был етештереү ҡеүәттәре һәм биналар берәй завод йәки предприятие өсөн майҙансыҡ булараҡ эшләй башларға тейеш. Шуға күрә беҙ бөтә йәһәттән дә уңайлы варианттар эҙләйбеҙ.
Билдәле булыуынса, “Йәш профессионалдар” WorldSkills Russia милли чемпионатының финалы – WorldSkills стандарттары буйынса һөнәри оҫталығын күрһәткән 16-20 йәшлек студенттар, шулай уҡ 10-17 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында ватан мәғарифы системаһына иң яҡшы халыҡ-ара практикаларҙы ғәмәлгә индерергә булышлыҡ иткән ҙур күләмле ярыштар.
Рәсәй WorldSkills халыҡ-ара хәрәкәте иҫәбенә 2012 йылда ингән. I Милли чемпионат финалы 2013 йылда Тольятти ҡалаһында үтте. Ә Башҡортостанда I “Йәш професионалдар” төбәк чемпионаты 2016 йылда ойошторола.
Быйыл 21 сентябрҙә Мәскәүҙә VIII “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын ябыу тантанаһында ярыш флагы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылды. Чемпионат беҙҙә 2021 йылда үтәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.