Стәрлетамаҡта өйөнән сығып китеп, әйләнеп ҡайтмаған 14 йәшлек үҫмер - Данил Мәүлетҡолов - тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Уның юғалыуына килтерерлек ҡайһы бер сәбәптәр тураһында билдәле булды.
Икенсе тәүлек инде улының ҡайҙалығын белмәгән әсәнең һүҙҙәренә ҡарағанда, 26 ноябрь кисендә үҫмер үгәй атаһы менән һүҙгә килешкән. Быға сәбәп - малайҙың күп ваҡытын телефонда үткәреүе, үгәй атайҙың быға дәғүә белдереүе.
"Ирем улымдың телефонын тартып алып, урамда йөрөп килергә кәңәш итте. Данил этте алды ла сығып китте. Байтаҡ ваҡыт үткәс, мин магазиндан ҡайтҡанда ла булмағас, эҙләргә сыҡтым. Ә төндә полицияға ғариза яҙҙым", - тип һөйләгән үҫмерҙең әсәһе.
Әсәнең һүҙҙәренсә, Данил өйҙән беренсегә генә китмәй икән. Улар әле Мәләүездә йәшәгәндә бер ай эсендә өс тапҡыр сығып юғалған. Ул ваҡытта бының сәбәбе шул булған: тиҫтерҙәре уның тышҡы ҡиәфәтенән көлгән. Был юлы үҫмерҙең үҙ атаһының туғандарына - Салауат йәки Стәрлебаш яғына китеүе ихтимал, тиҙәр.