Йәмғиәт
28 Ноябрь 2020, 19:20

Күрәһең, ярамайға ҡарамай...

Матур итеп төҙөкләндерелгән парктарҙы һәм скверҙарҙы кем емерә?

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Владимир Куликов социаль селтәрҙә Стәрле йылғаһы буйында булған вандализм осрағы тураһында хәбәр итте.
Мәғлүм булыуынса, яңыраҡ бында реконструкция эшләгәндәр: яҡтыртыу, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары, эскәмйәләр, уйын майҙансыҡтары, газондар яңыртылған.
– Был оҙаҡ йылдар үткәс тә беҙҙең балалар матур яр буйында ял итә алһын өсөн булдырылды, – ти Владимир Куликов.
Әммә төндә йәштәр унда машиналарҙа инеп, газондар, велосипед һәм бурсаларҙан һалынған йәйәүлеләр юлдары өҫтөнән үткән.
– Видео бар, рулдә булған йәштәр бәлиғ булғандар, шуға ла полиция хеҙмәткәрҙәренә уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуы ауыр булмаҫ, – тип белдерә Владимир Куликов.
Мэр билдәләүенсә, ҡала халҡының ҡала объекттарына һаҡсыл мөнәсәбәте бик мөһим. Бынан алдараҡ етәксе Стәрлетамаҡҡа уҡырға килгән ауыл йәштәренең парктарҙы һәм скверҙарҙы боҙоуы тураһында ла әйткәйне.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас