70 йәшлек Юрий Ивановичтың Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә - "ВАЗ Автоүҙәге" туҡталышында көндөң һыуыҡлығына ла ҡарамай баянда уйнап һәм йырлап үткенселәрҙең күңелен асыуы, ә йыйылған аҡсаһына етем балаларға уйынсыҡтар һатып алып бүләк итеүе тураһында хәҙер белмәгән кеше ҡалмағандыр. Балалар йортонда үҫкән кеше булараҡ, ул етемдәрҙең хәлен яҡшы аңлай, кескәйҙәрҙең һәр бүләккә нисек шатланыуҙарын күңеле менән тоя. Үҙенә лә ҡасандыр берәүҙең төҫлө ҡәләмдәр тоттороуы, шул ваҡыттағы кисерештәрен һаман онота алмауы һәм хәҙер үҙе хәленән килгәнсә бәләкәстәрҙең күңелен күтәрергә тырышыуы тураһында һөйләй изге күңелле пенсионер.
- Мин Сабый йортона ла, балалар йорттарына ла ярҙам иттем. Олораҡ балаларға ете велосипед, самокат, Рубик кубигы һәм башҡа күп нәмә бүләк иттем. Уйынсыҡтарҙы балаларҙың ҡулына тотторорға кәрәклеген яҡшы аңлайым - улар уны тойорға тейеш, - ти Юрий Иванович.
Инстаграмда бер ҡыҙҙың Юрий Ивановичтың изге ниәте тураһында яҙып сығыуынан һуң, ул тағы ла билдәлерәк булып китте: бер аҙнанан да әҙерәк ваҡыт эсендә, битараф булмаған ҡала халҡынан уның карта иҫәбенә йәмғеһе 180 мең һум аҡса төшкән.
Әлеге йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә уйынсыҡтар, тәмлекәстәр һатып алып, яҡындағы балалар йортона тапшырған да инде. Ә аҡса кеше хәленә инә белгәндәрҙән һаман килеүен дауам итә, ти ул.