Йәмғиәт
30 Ноябрь 2020, 17:30

Биләмәләр халҡы быны көтөп алды

Башҡортостандың баш ҡалаһында урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән эш дауам итә.

Башҡортостандың баш ҡалаһында урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән эш дауам итә.
Базилевка, Карпов, Самохваловка, Иҫке Турбаҫлы һәм Федоровка ҡасабалары урамдары ла ошо көндәрҙә яҡтылыҡҡа күмелде. Был ваҡиғаны биләмәләр халҡы көтөп алды.
Ҡасабаларҙа йәшәгәндәр быйыл февралдә үҙ проблемаларын баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға эш сәфәре барышында еткергәйне. Өлфәт Мансур улы ауылдарҙың үҙәк урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итергә ҡушҡайны.
Ошо көндәрҙә “Өфөгорсвет” предприятиеһы белгестәре монтажлау эштәрен тамамланы, дөйөм алғанда, 118 яҡтыртҡыс ҡуйылды.
Фото: ufacity.info
Читайте нас