Йәмғиәт
30 Ноябрь 2020, 14:00

Борайҙар Яңы йылға әҙерләнә

Инициативалы төркөм үҙәк майҙанды биҙәү планын төҙөнө.

Борай ауылының үҙәк майҙанында Геройҙар аллеяһы паркын комплекслы төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды.
Быйыл бында өр-яңы заманса фонтан барлыҡҡа килде. Шулай уҡ майҙанға брусчатка түшәү, бордюрҙар һалыу эше лә тамамланды. 2021 йылда бәләкәй архитектур һындар ҡуйыу күҙаллана.
Геройҙар аллеяһында төҙөкләндереүҙе тулыһынса киләһе йылдың 1 июленә тамамларға ниәтләйҙәр. Мәғлүм булыуынса, эш ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты нигеҙендә башҡарыла.
Әле иһә Яңы йылға әҙерлек әүҙем бара. Инициативалы төркөм үҙәк майҙанды биҙәү планын төҙөнө. Ошо көндәрҙә шыршы килтереп урынлаштырҙылар. Уның бейеклеге – 20 метр. Биҙәү өсөн уйынсыҡтар ҙа әҙерләнде. Көн һыуытыу менән оҫталар боҙ ҡаласығын һала башлай.
Фото: vk.com
Читайте нас