Йәмғиәт
30 Ноябрь 2020, 14:15

Быйыл күпкә яҡшыраҡ

2020 йылда подъездар нисек ремонтланған?

Ике йыл рәттән Башҡортостанда ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү, рәткә килтереү буйынса ике матур проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уларҙың береһе – подъездар ремонтына йомғаҡтар яһалды. Доклад менән вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев сығыш яһаны.
Шулай 2020 йылда подъездар ремонты 99,8 процентҡа үтәлгән. Планлаштырылған 2185 подъездың 2180-ендә эштәр тамамланған. Пандемия шарттарында ике йорт кешеләре: Өфөлә Революция урамы, 16-сы йорт һәм Салауатта Монтажниктар урамы, 6-сы йорт ремонттан баш тартҡан.
Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, уның торошо 708 миллион һум тәшкил иткән. Шул иҫәптән 637 миллион һум республика һәм 71 миллион һум федераль бюжеттан алынған.
Подрядсы ойошмалар эште 23 мартта башлағайны, тик республикала индерелгән мотлаҡ үҙҡурсаланыу режимы арҡаһында улар 30 мартта туҡтатыла. Һөҙөмтәлә, быйыл эштәр алты ай эсендә башҡарыла, ә былтыр бының өсөн 14 ай талап ителә.
Подъездарҙы ремонтлау өсөн быйыл биш генераль подрядсы һәм 60 ярҙамсы подрядсылар йәлеп ителә. Башлыса, улар урындағы идара итеүсе компаниялар, шәхси ойошмалар һәм төҙөлөш фирмалары. 2020 йылда эштәр исемлегенә коляскала йөрөгән инвалидтар йәшәгән подъездарға пандустар һәм яндауырҙар ҡуйыу индерелә. Өфөлә улар өс, Ағиҙелдә – ике, Октябрьскийҙа – дүрт, Стәрлетамаҡта, Бәләбәй районында һәм Бөрө районында берешәр подъезға ҡуйыла.
Бөгөнгә ҡарата башҡарылған эштәрҙе 2126 подъезд буйынса ҡабул итеп, акттарға ҡул ҡуйғандар. Был дөйөм күләмдең 97,5 проценты. Борис Беляев белдереүенсә, быйыл халыҡ яғынан етешһеҙлектәргә ялыуҙар һаны ике тапҡырға кәмегән.
– Был программаны халыҡ бик хуплай. Хөкүмәт, беҙҙең министрлыҡ, райондар хакимиәтенә һәм төбәк операторҙарына йорт рәйестәренән рәхмәт хаттары килә. Халыҡ та ҡатмарлы ваҡыт булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡса һәм мөмкинлек табыуҙарына ҡыуана, – тине Борис Беляев.
– Ҙур эш башҡарылды. Эйе, идеаль түгел, ҡайҙалыр сифатһыҙ башҡарылған, ҡайҙалыр подрядсылар менән проблемалар тыуған. Тик был айырым осраҡтар, – тине Радий Хәбиров. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 йылда подъездар ремонтлау һәм ихаталар төҙөкләндереү программалары ҡыҫҡартыласаҡ, сөнки финанс яғынан йыл бик ауыр булмаҡсы. Тик беҙ аҙаҡ мотлаҡ рәүештә уларҙың һанын тергеҙәсәкбеҙ.
Фото: utv.ru

Читайте нас