Йәмғиәт
30 Ноябрь 2020, 08:30

Көнләшеүҙән күҙенә - вилка менән

Шулай итеп, ҡыҙыулыҡтарына баш була алмайынса, тик торғандан бәлә сығарғандар был икәү...

Салауат районының Һармыш ауылында ошо көндәрҙә иҫ китерлек хәл булған – бер ҡатын һөйгәненең күҙенә вилка менән төрткән. Был хаҡта "Башньюс" порталы хәбәр итә.
Күп тә үтмәй шик аҫтына төшкән 29 йәшлек ҡатынды ҡулға алалар, барыһын да таный ул. Һәм хәлде һөйләп бирә. Баҡтиһәң, бергәләп кәйеф-сафа ҡороп ултырғандан һуң, һөйгәне менән икеһе араһында иреш ҡуба һәм тора бара ул һуғышҡа әүерелә. Ҡатын ҡыҙған көйө өҫтәлдән сәнскене эләктерә һәм ирҙең күҙенә һуға. Бөтә был низағ көнләшеү арҡаһында сыға.
Ҡатындың алты йәшлек кенә балаһы барлығын иҫәпкә алып, өй аресында ҡалдырғандар. Әлеге мәлдә уға ҡарата енәйәт эше асыу мәсьәләһе тора. Шулай итеп, тик торғандан бәлә сығарғандар был икәү – ни тиһәң дә барыһына ла "йәшел йылан" ғәйепле...
Читайте нас