Пандемия, тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртеү менән бер рәттән, батыр йөрәкле кешеләр эргәбеҙҙә генә йәшәүен, уларҙың бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, кешеләр ғүмере һәм сәләмәтлеге һағында тороуын иҫбатланы. Ошондайҙар араһында йәш быуын вәкилдәренең бихисап булыуы, уларҙың тәжрибәле, оло хеҙмәттәштәренән ҡалышмауы – тағы бер ыңғай миҫал. Ғафури яҡтарында, Красноусол үҙәк дауаханаһында эшләгән Лилиә Миңдел ҡыҙы Вәлиева – тап шундайҙарҙан.
Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға ингән. Әйтеүенсә, аҡ халатлы табип булыу – бала саҡ хыялы. Тәрбиәсе булып эшләгән әсәһе лә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткән атаһы ла ҡыҙының теләген хуплаған, әле лә улар – уның иң яҡын кәңәшселәре, ярҙамсылары, һәр саҡ иңдәрен ҡуйыусы ҡәҙерлеләре. Һәр ата-әсә һымаҡ, улар ҡыҙҙары өсөн борсолһа ла, хеҙмәти бурыстың да ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлай.
2015 йылда юғары уҡыу йортон һәм интернатура тамамлағандан һуң, Лилиә Вәлиева ультратауыш диагностикаһы йүнәлеше буйынса белемен камиллаштырған, 2018 йылда белгес сертификаты алған.
Йәш табип хеҙмәт юлын 2015 йылда Еҙем-Ҡаран ауыл амбулаторияһында терапевт булып башлаған, 2019 йылдан эшен Ғаилә табип амбулаторияһы менән Красноусол дауаханаһында берлектә алып бара, пациенттарҙы ультратауыш диагностикаһы йүнәлеше буйынса ҡабул итә. Әлбиттә, эше еңелдән түгел: тар йүнәлешле белгес булғанға, уға тәүлек әйләнәһенә дежурҙа торорға ла, пациенттарҙы ашығыс рәүештә ҡабул итергә лә тура килә.
Әммә Лилиә Миңдел ҡыҙының зарланғаны юҡ. Киреһенсә, ул эшен яратып һәм ысын күңелдән башҡара, кешеләр өсөн уның хеҙмәте мөһим һәм кәрәкле икәнлеген бар тәрәнлегендә аңлап ҡабул итә.
Быйыл иһә коронавирус пандемияһы уның хеҙмәт тәжрибәһенә үҙ өлөшөн индергән: Лилиә Вәлиева Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се дауахана базаһындағы, Өфөләге Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдәрҙә эшләгән. COVID-19 инфекцияһына дусар булған төрлө йәштәге, төрлө хәлдәге пациенттарҙы күп күрергә тура килгән уға...
Эйе, был осор табиптар иңенә иҫ киткес ҙур көсөргәнеш һалды. Ғәмәлдә барыһына ла инфекционист бурысын үҙ өҫтөнә алырға тура килде. Йәмғиәттә килеп тыуған хәлдә башҡаса мөмкин дә түгел. Лилиә Вәлиева ла үҙе кеүек тормошон медицинаға бағышлаған хеҙмәттәштәре менән бүлектәрҙә ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡатнашҡан, йортта дауаланғандарға кәңәштәр биргән, һәр саҡ сирленең яҡындары менән бәйләнештә торған.
Әлеге ваҡытта ул үҙенең тыуған яғында Красноусол үҙәк дауаханаһында эшмәкәрлеген дауам итә. Белеүебеҙсә, сирлеләр һаны кәмемәй, шуға ла табип иңендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр бихисап.
Иң мөһиме – кешенең хәлен ваҡытында асыҡлап, анализдар алып, дауалау билдәләү, кәрәкһә, госпитализациялау фарыз, ти ул. Тынғыһыҙ эш араһында табип менән телефон аша әңгәмәләшеп өлгөрҙөк.
– Коронавирус хаҡында ниндәй генә мәғлүмәт юҡ. Ҡурҡыу тойғоһо бармы?
– Был сирҙең ниндәй икәнлеген белгәс-күргәс, хәҙер ундай тойғо юҡ. Һаҡланыу сараларын ҡулланабыҙ, был – мотлаҡ шарт. Иң мөһиме, һәр кеше кеүек яҡындарым өсөн борсолам: улар имен-һау булһын.
– Көҙгө миҙгелдә пациенттар һаны артты...
– Эйе, әммә шулай булырын күҙаллағайныҡ. Беҙ барыһын да контролдә тоторға, хәлде күҙәтергә, пациенттар менән даими бәйләнештә булырға тырышабыҙ. Иң мөһиме – улар яҙылған дауалау ысулдарын ҡулланһын, кәңәштәрҙе тотһон.
– Ауыл дауаханаһы менән ҡалалағы ковид-госпиталдең айырмаһы нимәлә?
– Шарттар йәһәтенән, әлбиттә, ҡала медицина учреждениеларында мөмкинлектәр күберәк. Ҙур ковид-госпиталдәрҙә ауыр хәлдәге пациенттарҙы дауалайҙар. Әммә тегендә лә, бында ла үҙ эшенә тоғро, медицинаны белгән оло йөрәкле ҡаһарман табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй, һәр кем бурысын яҡшы белә. Тағы ла шуныһы: коронавирус йәштәрҙе лә, ололарҙы ла аямай. Сирлеләр араһында төрлөһө бар, шуға күрә һаҡланығыҙ, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ.