Йәмғиәт
1 Декабря 2020, 17:30

Декада 10 декабргә тиклем дауам итә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров граждандарҙы онлайн тәртибендә ҡабул итте.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров халыҡты онлайн тәртиптә ҡабул итте. Партияның ошондай йолаға ингән сараһы - граждандарҙы ҡабул итеү декадаһы 10 декабргә тиклем барасаҡ.
Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәгән, яңғыҙы ике бала тәрбиәләгән ҡатын әле төҙөлөү өҫтөндәге өйөнә газ индереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Был эш өсөн түләнергә тейешле 157 мең һум - уның өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сумма. Ошоға бәйле, мөрәжәғәт итеүсе яңғыҙ әсәләрҙе льготалы граждандар категорияһына индерергә тәҡдим итте - һөҙөмтәлә республиканан газ индереүгә сертификат алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһенә Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә ошо мәсьәләне тикшереп, аҙна эсендә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе партияның Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам фондынан әлеге ҡатындың йортона газ индереү өсөн матди ярҙам бүлергә әйтте.
Өфө ҡалаһының Калинин районында 24 ноябрҙә дүрт балалы ғаилә, йорттарында янғын сығып, ҡыйыҡһыҙ, мал-мөлкәтһеҙ тороп ҡалған. Улар ярҙам һорап Башлыҡҡа мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевниковҡа бәләгә тарығандар менән осрашып, бар ярҙам ысулдарын ҡарап, яңы йорт күтәреү өсөн төҙөлөш материалдары биреү мөмкинлектәрен табырға ҡушты.
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәгәндәр бәйән итеүенсә, Б. Бикбай урамындағы 33-сө йорт алдында спорт майҙансығы бар, унда футбол, волейбол уйнарға яраталар, тик заманса хәүефһеҙ резина япма урынына ябай ҡом түшәлгән. Республика Башлығы Октябрь районы хакимиәте етәксеһенә был майҙансыҡты 2021-2022 йылдарҙағы “Башҡорт ихаталары” программаһына индерергә ҡушты.
Республика халҡы Башҡортостан Башлығына түбәндәге ысулдар менән мөрәжәғәт итә ала:
* республика власы органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт ебәреп,
* почта аша йәки шәхсән Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-cы йорт адресы буйынса Республика йортона хат килтереп,
* “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73) йәки онлайн-ҡабул итеү бүлегенә мөрәжәғәт итеп,
* республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙып.
Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн муниципалитеттарҙың, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының сайттары аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас