Йәмғиәт
30 Ноябрь 2020, 19:00

“Мин быны эшләйәсәкмен!”

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә блогер Рөстәм Нәбиев нимә эшләргә йыйынғаны хаҡында хәбәр итте?

Рөстәм Нәбиев үҙенең Эльбрус тауына нисек менгәне хаҡында социаль селтәрҙә яҙҙы. Шулай уҡ видео ла ҡуйҙы.
“Тәбиғәт көйһөҙләнгән ваҡытта Пастухов тауҙарына юлландыҡ. Был – барлыҡ маршруттың өстән бер йәки дүрттән бер өлөшө. Беҙ унда төндә ҡунырға тейеш инек. Тик көслө ел сәбәпле быны хатта күҙ алдына килтерә алманыҡ. Иоан, палатка осоп китмәһен өсөн, эскә инеүемде һораны. Хатта был да ярҙам итмәне, ул ватылды. Беҙгә кире лагерға ҡайтыуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Юғиһә туңыр инек.
Ҡараңғыла кире әйләнеп ҡайттыҡ. Был хәүефте бер нисә тапҡырға арттырҙы. Аллаға шөкөр, иҫән ҡайттыҡ. Әммә ул ваҡытта ныҡ өшөгәйнем. Кадрҙа битемдең дә, кейемемдең дә боҙланғаны күренә.
Был минең өсөн ябай ғына сәйәхәт булманы. Һәм, мине ҡулдарында алып барғандар тип уйлағандар, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: бына ошондай шарттарҙа был мөмкинме икән? Тауҙарҙа һәр артыҡ килограмм – көсөргәнеш. Ул ваҡытта мин 51 килограмм инем. Бында иң мөһиме - үҙеңә барып етеү.
Кадрҙарға ҡарайым да күҙ алдына килтерә алмайым: нисек ошоларҙың барыһы аша үттем икән? Экстремаль шарттарҙа ла кешенең артҡа әйләнмәүе өсөн ниндәй теләк һәм ынтылыш булырға тейеш икән?
Киләһе тау – Чо Ойю, 8201 метр. Мин быны эшләйәсәкмен, сөнки үҙемә ышанам, һәм миңә Индирам ышана!"
Фото һәм видео: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас