Өфө ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы итеп Рөстәм Ғәзизов тәғәйенләнде. Ул ошоға тиклем ҡала хакимиәте башлығының кадрҙар, спорт, гражданлыҡ йәмғиәте һәм йәштәр мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләгән. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте начальнигы Марсель Байдәүләтов хәбәр итә.
Был ҡарар, кисә кис көнө, сираттан тыш ултырышта телефон элемтәһе буйынса ҡабул ителгән. Быға тиклем был вазифаны башҡарған Радмил Мөслимов һаулығы буйынса вәкәләттәрен һалған.