Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 06:30

Телен дә, йоҙроғон да тыймағас...

“Власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Учалы районының полиция бүлегенә автовокзал хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итә. Сит төбәктән ҡайтҡан урындағы кеше автовокзалда сит кешеләргә ҡарата үҙен агрессив тота, һүгенә, кассаның тәҙрәһен ярырға маташа.
Хәлде асыҡлау өсөн, полиция хеҙмәткәрҙәре янъялсының хеҙмәт машинаһына инеүен һорай. Шул ваҡыт күҙе аларған ир уларҙың береһенә ташлана, йоҙроғо менән башына тондора.
Һуғыш суҡмары ҡулға алына. Тикшереү бара, “власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас