Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 15:52

Улар ҙа алғы һыҙыҡта

Пандемия беҙгә һабаҡ бирҙе.

Бөйөк Салауатыбыҙҙың республика символына әүерелгән һәйкәле янында, мөһабәт Конгресс-холда Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендәге саралар ҙа гөрләп үтә ине. “Торатау” тигән яңғырауыҡлы исеме лә килешле уның, был учреждение ысын мәғәнәһендә мәҙәни-ижтимағи үҙәккә әүерелде. Әлбиттә, коронавирус йәшәйешебеҙгә үтеп ингәнгә – ҡәһәрле пандемияға тиклем...
Теләгән кеше шылтырата ала
Былтыр ошо ваҡытта уның абруйлы сәх­нәһендә береһенән-береһе сағыуыраҡ саралар гөрләп торһа, быйыл Конгресс-холл республика кимәлендәге әһәмиәтле һәм мөһим сараға ҡушылды: 16 ноябрҙән бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй башланы. Уның эшмәкәрлеге менән шәхсән барып таныштыҡ һәм ошо хаҡта һеҙгә лә һөйләргә булдыҡ.
Үҙәктең координаторы, билдәле табип, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеү рәсми­лектән йыраҡ, сөнки һүҙ сәләмәтлек, кеше­леккә ябырылған афәт, уның тормошобоҙҙо ни тиклем ҡырҡа үҙгәртеүе тураһында бара. Римма Әмир ҡыҙы, тәжрибәле табип булараҡ, пандемия проблемаһына күпкә киңерәк күҙлектән ҡарай.
– Халыҡтың сәләмәтлеге йылдан-йыл насарая барыуының, йәш быуындың иммунитеты түбән булыуының ябай ғына сәбәптәре өҫтә ята: экология проблемалары, дөрөҫ туҡланмау, тәбиғи булмаған аҙыҡтарға өҫтөнлөк биреү ошо иҫәптә. Бәғзе ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсәлек бурыстарына ла икенсе күҙлектән ҡарауы, сабыйын имеҙмәүе, контрацептивтар ҡулланыуы ла сәләмәт булмаған быуындың үҫеүенә, потенциалдың түбәнлегенә килтерә. Беҙҙең быуын иһә, нигеҙҙә, йәшелсә, еләк-емеш, ҡорот, ҡатыҡ, ҡаймаҡ кеүек һөт ризыҡтарын, ауылда үҫтерелгән малдың тәмле, файҙалы итен ашап үҫте. Шулай уҡ хеҙмәттә лә сыныҡтыҡ...
...Оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау ҙа өҫтөнлөклө проблемаларҙың береһе. Бигерәк тә бөгөнгө пандемия шарттарында был мәсьәлә айырыуса киҫкен. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһы медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мәсьәләне иғтибар үҙәгендә тота, оло йәштәгеләр өсөн онлайн-лекциялар, төрлө саралар уҙғара, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә, – тип башланы ул һүҙен.
Римма Әмир ҡыҙы, профессиональ табип һәм тәжрибәле йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә етәкселек итеү көсөргәнешле, яуаплы эш буласағын аңлап-белеп ризалашҡан. Әйткәндәй, ул иҫ киткес ихлас, кешелекле шәхес: халыҡҡа ярҙам итеүҙе тәүмаҡсат итеп алған Үҙәккә, ысынлап та, тап уның ише уңған, талымһыҙ профессионалдың етәкселек итеүенә ғәжәпләнәһе түгел.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһә­тенән Үҙәк ике аҙна эшләү осоронда үтә кәрәкле һәм ваҡытлы булыуын иҫбатланы, ти ул. Меңдәрсә кешенең ошо Үҙәккә шылтыратыуы, коронавирус инфекцияһына бәй­ле барлыҡ проблемаларҙы бер урында хәл итеү мөмкинлеге булдырылыуы ошоно раҫлай.
– Үкенескә ҡаршы, медицина учрежде­ниеларының иңенә һалынған көсөргәнеш ифрат ҙур, был бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа айырыуса ныҡ һиҙелә. Медицина хеҙмәткәр­ҙәре консультатив ярҙам күрһәтеү түгел, сирләүселәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән дә ҙур көсөргәнеш кисерә. Беҙҙең үҙәктең төп маҡсаты – һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡан йөктө кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү. Коронавирус пандемияһы тормоштоң һәр тармағына үтеп инде, бихисап проблемалар тыуҙырҙы, шылтыратыуҙарҙа ул асыҡ сағыла.
Күпселек һорауҙарҙы операторҙар үҙҙәре хәл итә: мәҫәлән, кемдеңдер йортона аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барырға кәрәк, бәғзе­ләр медицина учреждениеларының йә башҡа ведомстволарҙың телефон номер­ҙарын белешә, кемдер ирекмәндәр менән бәйләнешкә инергә теләй – ошондай осраҡта мәсьәләне тиҙ генә хәл итәбеҙ. Бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа бихисап. Анализ һөҙөмтәләрен дә юллайҙар. Телефоныбыҙ күп каналлы – теләгән кеше мотлаҡ беҙгә шылтырата ала, – ти Римма Әмир ҡыҙы.
“Йәшәйешебеҙ элеккесә булмаясаҡ”
Операторҙар залында иң тәүҙә Фирҙәүес Таңғатарова менән танышабыҙ. Ул оҙаҡ йылдар З. Вәлиди исемендәге Милли китап­ханала эшләй, уҡыу залының баш ки­тапха­насыһы. Яңы асыласаҡ үҙәккә операторҙар талап ителә, махсус уҡыу ойошторола тигәс, ул был яңылыҡҡа шатланып, ысын күңелдән риза булған. Беренсенән, ихлас булмышлы, аралашырға яратҡан кеше булараҡ, был эш уға ҡәнәғәтлек бирһә, икенсе яҡтан, кемгәлер ярҙам итә алыу, кәрәклелек тойғоһо йәшәүенә йәм өҫтәй. Ул операторҙар залында тим-лидер – төркөм етәксеһе вазифаһын башҡара.
– Беҙҙең төркөмдә йәмғеһе 16 оператор эшләй. Улар араһында төрлө тармаҡ бел­гестәре, китапханасылар, музей белгестәре, чиновниктар, хатта журналистар ҙа бар. Оператор булыу өсөн медицина белеме мотлаҡ түгел, сөнки беҙҙең эште махсус эксперттар – Башҡортостан дәүләт медицина университеты профессорҙары, доценттары, ординаторҙары көйләй (ғәҙәттә, смена һайын – ике-өс белгес). Һәр эш көнө ике сменаға бүленгән, медицина тармағы белгестәре уларға ярашлы алмашынып тора.
Операторҙарҙың һәр ҡайһыһы компьютер, күп каналлы телефон, ҡолаҡсындар һәм башҡа техник ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Компьютерҙағы махсус программаларҙың да үҙенсәлектәре бихисап. Был йүнәлеш буйынса үҙәктә техник ярҙам хеҙмәте ойошторолған. Улар ҙа смена һайын беҙҙең менән. Программа ҡапыл ғына туҡтап ҡалһа, улар шунда уҡ көйләй һала. Ғәҙәттә, бында үҙ районы йәки ҡалаһында урындағы поликлиникаға күп тапҡыр шылтыратып та бәйләнешкә инә алмаған кешеләр мөрәжәғәт итә. Әгәр кеше коронавирус менән сирләп китһә һәм йортона табип саҡыртыу талап ителһә, оператор мотлаҡ медицина белемле экспертты саҡырта. Сирле менән аралаш­ҡандан һуң, уның артабанғы яҙмышы хәл ителә, мөрә­жәғәт урындағы поликлиникаға йүнәлтелә. Үҙәктән килгән мөрәжәғәт медицина тармағындағы берҙәм һанлы системала күренеп тора, шуға ла проблеманың тиҙ арала хәл ителеренә өмөт ҙур.
– Үҙәккә кем, ҡайҙан шылтыратҡан – элемтәнең барлыҡ техник параметрҙары шунда уҡ экранда сағыла, шулай уҡ кеше хаҡындағы шәхси мәғлүмәттәрҙе лә теркәп барабыҙ. Әгәр оператор менән һөйләшкән саҡта элемтә өҙөлһә, был да хәл ителә: операторҙар мотлаҡ шылтыратыусы менән ҡайтанан бәйләнешкә инеп, проблеманың айышына төшөнөп, ярҙам юлын тәҡдим итәсәк. Ул ғына ла түгел, һәр мөрәжәғәт буйынса ҡарар булырға тейеш тигән маҡсаттан эшләйбеҙ. Мәҫәлән, кеше сирләй һәм табип саҡырта алмаған, унан беҙҙең “ҡыҙыу линия” менән бәйләнешкә ингән. Оператор шылтыратыусы хаҡында мәғлүмәтте теркәгәс, ул йәшәгән төбәктәге медицина учреждениеһы менән бәйләнешкә инеп, табипты йортҡа саҡыртыу ихтыяжы хаҡында хәбәр итә. Аҙаҡ иһә шылтыратыусы менән тағы бәйләнешкә инеп, мәсьәлә хәл ителгәнме-юҡмы икәнлекте теркәйбеҙ, – ти Фирҙәүес Фәсхетдин ҡыҙы.
Артабан Фәнил Илһамов менән танышабыҙ. Ул – республика Мәғариф министрлығының Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм Олимпия резервын әҙерләү идаралығы дәүләт бюджет учреждениеһы хеҙмәткәре.
– Был эш миңә үҙенә күрә бер яңылыҡ булды. Ике аҙна эшләү осоронда, килеп тыуған хәлгә, эш үҙенсәлектәрен ҡарап, хеҙмәтемде камиллаштыра барҙым, тип иҫәпләйем. Күп кешеләр билдәһеҙ­лектән, яңы сирҙең үҙенсәлектәрен белмәгәнлектән ғауғаға бирелә. Коронавирус хаҡында мәғлүмәт күп, ҡайһыһы дөрөҫ, ә ҡайһыһы бик үк дөрөҫ түгел – күптәргә айырыу бик ҡыйын. Ошонан сығып, йәмғиәттәге хәл­дәргә кире баһа биргән, яңы вирусҡа ғына түгел, уның таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән дәүләт күргән сараларға ла ышанмаған кешеләр ҙә бар. Берәүҙәр аралашыр өсөн шылтырата, икенселәр тәҡдим индерә... Сирләп киткән, балалары эргәһендә булмаған оло кешеләр ҙә була. Әлбиттә, иң тәүҙә кешене тыңлай белергә кәрәк. Артабан квалификациялы ярҙам күрһәтеү өсөн, беҙ телефонды медицина белгестәре менән тоташтырабыҙ. Яңы кешеләр менән танышыуым, мөрәжәғәт итеүселәрҙән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелде йылыта.
Бында эшләүемдең тағы ла бер ыңғай яғы бар: коронавирус темаһы буйынса үҙем өсөн дә бихисап яңылыҡтар асам, сөнки әлегә был вирус – тотош донъя өсөн яңылыҡ, көн дә бер үҙенсәлеге билдәләнә тора. Шул уҡ ваҡытта коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә бәйле ҡануниәт-ҡағиҙәләрҙе лә ҡыҙыҡһынып өйрәнәм. Бығаса белмәгән компьютер программаларын үҙләштерҙем – был да шәхес булараҡ үҫеш өсөн бер этәргес. Ғөмүмән, пандемиянан һуң йәшәйешебеҙ элеккесә булмаясаҡ – был хәҡиҡәткә инанам, – тине Фәнил Фәрит улы.
Мөрәжәғәттәр һаны – мең...
Любовь Иосифовна Бабенкова – Баш­ҡорт дәүләт медицина университетының балалар ауырыуҙары кафедраһы доценты. Ул оҙаҡ йылдар юғары уҡыу йортонда белем биреү менән бер рәттән, ғәмәли медицина тармағында ла эшләй. Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә уны эксперт булараҡ эшкә саҡырғандар.
– Шылтыратыусыларҙың күпселеге медицина ярҙамына мохтаж, уларҙың беренсе сиратта белгес кәңәшен ишеткеһе килә. Табип һүҙе был осраҡта бик мөһим, хатта ниндәйҙер кимәлдә дауалау көсөнә эйә, тип уйлайым.
Операторҙарға һәм эксперттарға төшкән мәғлүмәти көсөргәнеш иһә бик ҙур. Бында аптыранған, борсолған, ни эшләргә белмәгән кешеләр шылтырата. Күптәр коронавирус хаҡындағы күп яҡлы мәғлүмәт ташҡынында юғалып ҡала. Унан тыш, кешеләр белем кимәле буйынса һәм социаль йәһәттән төрлөсә бит. Кемдер сиргә бәйле хәлен аныҡ баһалай, бәғзеләрҙә был шом уята. Хәйер, белмәгән нәмә һәр саҡ кешене ҡурҡыта ул. Бындай үҙәктең ойошторолоуы, кешеләрҙең иркен шылтырата алыуы, һорауҙарына аныҡ яуаптар табыуы бик тә әһәмиәтле.
Бындағы эш – минең өсөн яңылыҡ. Кешеләр менән аралашам, үҙем өсөн дә яңылыҡтар асам. Йәмғиәттә коронавирус пандемияһына бәйле көсөргәнеш бар – быны бер нисек тә инҡар итеп булмай, кешеләрҙең борсоулы шылтыратыуҙары ла ошоно иҫбатлай. Мәҫәлән, бөгөн бер ҡатын шылтыратты, дауаханала ята, сирләй. Ошо арала ире вафат булған. “Ни өсөн мине ҡәҙерле кешем менән хушлашырға, уны һуңғы юлға оҙатырға ебәрмәнеләр?” – тип илай ул трубкаға. Аңлайым – был кешегә бик ҡыйын, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тормошобоҙҙа ошондай ҡағиҙәләр ғәмәлдә, сир таралмаһын өсөн сикләүҙәр бар... Шөкөр, шундай юғалып ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн ошо үҙәк эшләй, уларҙы тыңларға, йыуатырға тырышабыҙ. Был инфекцияға бәйле хәлдең артабан нисек булырын бер кем дә аныҡ ҡына белмәй, шуға күрә беҙҙең хеҙмәткә ихтыяж буласаҡ әле, – ти табип.
Әйткәндәй, Любовь Бабенкованың коро­навирусҡа бәйле хәл менән күптән таныш икәнлеген тағы бер үҙенсәлек иҫбат­лай: уның тормош иптәше Олег Бабенков тәүҙә Зубов ҡасабаһында төҙөлгән йоғошло сирҙәр госпиталенең төҙөлөш буйынса директоры була, әле шул уҡ эштәрҙе Стәрле­тамаҡтағы йоғошло сирҙәр дауаханаһын төҙөүҙә башҡара. Любовь Иосифовна заман талаптарына ярашлы төҙөлгән был медицина учреждениеларының уникаль объекттар булыуын, тәбиғәт булдырған ҡурай формаһында төҙөлөүе унда эшләгән хеҙ­мәткәрҙәр һәм дауаланыусылар өсөн дә ифрат уңайлы, эш һөҙөмтәлелеген арттырыусы ғәмәл икәнлеген билдәләй. Әлбиттә, ҡасан да булһа коронавирус пандемияһы ла артҡа сигенер, әммә йоғошло сирҙәр (ә улар шундай күп һәм төрлө) бер ҡайҙа ла китмәйәсәк һәм был госпиталдәр халыҡҡа файҙа килтерәсәк әле.
...Любовь Иосифовна менән әңгәмәләш­кән арала беҙҙең эргәгә оператор килеп китте. Бер пациентҡа белгес кәңәше кәрәк: сирләгәндән һуң тикшерелеү үткәнен, анализдар тапшырғанын, организмында һаман вирус күрһәткесе һәм антиматдәләр булғанын да бәйән иткән. Ул үҙенең башҡалар өсөн ни тиклем хәүефһеҙ икәнлеген белергә теләй. Любовь Иосифовна беҙҙең һорауҙарға яуап биреп бөтөү менән уға ҡайтанан шылтыратасағын белдерә, телефонын ала: эш бер минутҡа ла туҡтамай бында.
Башҡортостан дәүләт медицина университеты ординаторы, буласаҡ хирург Артур Арыҫланов та Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә эксперт ролен үтәй.
– Ҙурыраҡ көсөргәнеш, әлбиттә, опера­торҙарға төшә. Әммә кешеләр табип фекерен, кәңәшен ишетеүгә лә бик мохтаж. Әгәр мәсьәлә медицина өлкәһенә ҡағыла икән, беҙ ярҙамға ашығабыҙ. Шуныһын билдәләмәксемен: эксперттар телефон аша дауалау ысулын тәғәйенләмәй, ә тәү сиратта пациенттың хәл-торошон белешә, сир билдәләрен аныҡлай. Паника, борсолоу кеүек күренеш булған осраҡта, тыныс­ландырырға, дауаны нимәнән башларға кәңәш итә. Эйе-эйе, ковид инфекцияһы таралған шарттарҙа беҙ ярты йыл йәшәһәк тә, кешеләрҙә вирустан ҡурҡыу тойғоһо бик көслө. Дауалау ни өсөн ошолай, ниңә шундай дарыуҙар яҙҙылар, ошо процедура кәрәк инеме – аңлатыуҙы талап иткән һорауҙар бик күп. Поликлиника селтәрҙәре лә был йәһәттән көсөргәнеш кисерә, шуға ла беҙҙең үҙәк халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтә, тип уйлайым. Көн һайын медицина эксперттары ғына меңдән ашыу самаһы мөрәжәғәткә яуап бирә. Ә башҡа һорауҙарҙы ла иҫәпкә алғанда, мөрәжәғәттәр һаны ун меңгә етеп килә.
Пандемия минең тормош пландарына ла үҙгәрештәр индерҙе. Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгендә эшләү – оло тәжрибә, бер нисә мәсьәләне бер юлы хәл итергә, кешеләр, етәкселәр менән аралашырға өйрәтеүсе ғәмәл, – тине Артур Арыҫланов.
Кешене өмөт йәшәтә
Үҙәктең тим-лидеры – төркөм етәксеһе вазифаһын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бүлек белгесе булып эшләгән Гөлназ Факил ҡыҙы Алтынбаева ла башҡара. Уның ҡул аҫтында – 11 оператор.
– Әйтеүебеҙсә, бында операторҙар, медицина белгестәре, Башҡортостандың берҙәм һанлы медицина порталы хеҙмәт­кәрҙәре, техник хеҙмәткәрҙәр бер бөтөн булып эшләй, үҙ-ара бәйләнеш, ярҙам бик көслө, сөнки Үҙәккә эшкә килгән һәр кем аңлай: был – заман талабы һәм ихтыяжы. Йәшерен-батырыны юҡ, йәмғиәттә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле көсөргәнеш тәү сиратта медицина тармағына төштө. Һәр ҡайҙа кешеләр эшләгәнен онотмайыҡ, улар ҙа арый, улар ҙа иғтибарға, ярҙамға мохтаж.
Үҙемә ҡалһа, кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатланам да, ғорурланам да. Бигерәк тә яҡындарын-дуҫтарын юллап мөрәжәғәт иткән кешеләр өсөн борсолам. Мәҫәлән, бер инәйҙе “Ашығыс ярҙам” менән дауаха­наға алып киткәндәр. Ул яҡындарына ла, күрше-тирәгә лә хәлен әйтеп өлгөрмәгән. Унан тикшереүҙәр үткәнсе, дауаханаға ят­ҡансы байтаҡ ваҡыт үткән. Ә туғандары һәм күршеләре уны юғалтҡан, шылтырат­маған ерҙәре ҡалмаған. Һуңғы сиктә Үҙәк менән бәйләнешкә инделәр. Беҙ медицина учреждениелары, берҙәм һанлы медицина системаһы аша пациенттың ҡайҙа икәнлеген белеүгә өлгәштек һәм борсолоусыларға хәбәр иттек. Әйткәндәй, Үҙәктә ҡабул ителгән бер генә һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, оператор­ҙар, белгестәр уны хәл итергә тырыша һәм шылтыратҡан кеше менән бәйләнешкә сығып, мәсьәләнең ахырын асыҡлай.
Шундай хәл дә булды: үҙәккә үзбәк кешеһе шылтыратты. Баҡһаң, ул билет һатҡан сайттарҙың береһендә тыуған яғы Үзбәкстанға самолетҡа арзан билеттар һатылыуын күреп ҡалған да ҡайтып килергә ниәтләнгән. Билет алынғас ҡына, самолет бортына ултырыу өсөн ковидҡа анализ һөҙөмтәһе талап ителеүен күргән. Ә самолетҡа бер нисә сәғәт кенә ҡалған! Иларҙай булып, ул Үҙәк операторҙары менән бәйләнешкә ингән. Ҡыҙҙар, полимераз сылбырлы реакцияға экспресс-тест эшләүсе лабораторияны табып, был кешене ашығыс рәүештә сиратҡа яҙҙырҙы. Һөҙөмтәлә ул Үзбәкстанға ҡайтып китте. Бына шундай хәлдәр ҙә була.
Эшебеҙ көндән-көн камиллаша бара. Беҙ ҙә өйрәнәбеҙ, техник йәһәттән дә эшебеҙҙе еңеләйтәләр. Мәғлүмәттән, аяныслы яңылыҡтарҙан арыған Үҙәк хеҙмәткәр­ҙәренең күңелен бер ғәмәл йылыта, ул да булһа кешеләрҙең ихлас рәхмәте, йылы һүҙҙәре. Иң ҙур бүләк – беҙгә ошо, – ти Гөлназ Факил ҡыҙы.
Ғәмәлдәге пландар буйынса Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге уның хеҙмәтендә ихтыяж булғансы эшләйәсәк. Һис шикһеҙ, бындағы һәр кеше хаҡында “ул коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында” тип әйтергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, пандемия беҙгә бихисап һабаҡ бирҙе: тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаларға, яҡындарҙың ҡәҙерен белергә, һәр көнгә шатланып йәшәргә, шөкөр тип әйтә белергә өйрәтте... Һәм кешене өмөт, фәҡәт өмөт, киләсәккә ышаныс ҡына йәшәтә, алға табан ынтылырға көс бирә. Был үҙенсәлекле, тынғыһыҙ, ҡатмарлы осор ҙа ҡасандыр, мөмкин тиклем тиҙерәк тарихта ҡалыр, тип ышанайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас