Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 16:29

Яҡшы кешенән яҡты эҙ ҡала

Бар донъяға ҡайҙан килеп сыҡты был афәт?! Килеп сыҡты ла ҡәҙерле кешеләребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, таныштарҙы, илгә танылған аҫыл заттарыбыҙҙы берәм-берәм сүпләй башланы. Исеме әллә ниндәй шом, ҡурҡыныс һалһа ла, үҙ менталитет-холҡобоҙға барып, ишетмәҫкә, күрмәмешкә һалыштыҡ ҡайһы саҡта. “Мине ситләп үтер”, тиеберәк йөрөнөләр берәүҙәр. Йәшен йәшнәгәндә суҡыныуҙан да хәтәрерәк булып сыҡты был ғәҙәтебеҙ.

Бар донъяға ҡайҙан килеп сыҡты был афәт?! Килеп сыҡты ла ҡәҙерле кешеләребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, таныштарҙы, илгә танылған аҫыл заттарыбыҙҙы берәм-берәм сүпләй башланы. Исеме әллә ниндәй шом, ҡурҡыныс һалһа ла, үҙ менталитет-холҡобоҙға барып, ишетмәҫкә, күрмәмешкә һалыштыҡ ҡайһы саҡта. “Мине ситләп үтер”, тиеберәк йөрөнөләр берәүҙәр. Йәшен йәшнәгәндә суҡыныуҙан да хәтәрерәк булып сыҡты был ғәҙәтебеҙ.
Бөгөн урамдарҙа вайымһыҙ йөрөгәндәрҙе, ҡәтғи талаптарҙы һанламағандарҙы күреп, йән әрней. Ошо хаҡта мобиль бәйләнештә кү­ренекле шәхесебеҙ, дәүләт эшмәкәре, ғалим, танылған педагог-етәксе Рәмил Мәжи­тов менән йыш аралаштыҡ. Айырыуса Себерҙән ялға ҡайтҡан туғандары ҡаты сырхап китеп, улар өсөн үтә борсолоп, Күмертау ҡала дауаханаһына һалып йө­рөгән көндәрендә ихлас хәл белешеп торҙоҡ. Йәй аҙаҡтарында ҡыуанып хәбәр итте: “Ағайым һәм уның балалары һауыҡты!..”
Йәй көндәрендә күрешмәгәс, уҡыуҙар башланыу менән мотлаҡ осрашырға тейеш инек. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы­ның мөхәрририәт коллегияһы ултырышында ине урыны. Яҡын дуҫ менән күрешеү һуңғыһылыр тип кем уйлаған? Оҙаҡламаны етәксе кеше, бер урынбаҫарым сирләп тора, бик мәшәҡәтле осор, тип сығырға ашыҡты. Ә бер-ике аҙнанан, иртәнге сәғәттәрҙә, ҡайғы хәбәре йөрәктәрҙе ярҙы, һүҙһеҙ итте... Эх, ту­ғандарын ҡотҡарҙы, үҙен һаҡлай алманы!
Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов 1957 йылдың 13 апрелендә Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе – ауыл мәктәбе уҡытыусыһы, фронтовик атаһы – колхоз, һуңынан “Октябрь” совхозының шоферы. Үтә теремек, һәләтле бала, атаһынан күреп, биш-алты йәшендә тальян гармунда һыҙҙыра башлай. Беренсе класта уҡығанында концертта тальянынан башы ла күренмәй. Оҫта гармунсы һәм баянсы булды Рәмил Ғиниәт улы. Йомарт йөрәгенә башҡорт моңон, нәзәкәтле бөгөлдәрен йәштән һеңдергәйне. Уның баян моңона ҡушылып йырлау үҙе бер бәхет ине. Эй, был донъя!
Аҡҡош йыры ла шул баяны менән бәйле булған! Мораҡтағы һуңғы ял көндәрендә, иркен йортоноң яҡты бүлмәһендә кинәнеп, һағыштарға сумып, Роза Сәхәүетдинованың “Үтте лә китте йәшлегем” йырын уйнай ине. Видеояҙманы, күҙ йәштәребеҙгә ирек ҡуйып, әле лә тыңлап алабыҙ. Кеше ғүмерҙәре шулай бер моң микән?..
Рәмил Мәжитовты һәр кем ихласлығы өсөн яратты. Ысынлап та, оло дәрәжәләргә ул ябай ауыл малайынан баҫҡыстан-баҫҡысҡа ныҡлы баҫып күтәрелде. Бала сағы хәтирәләрен һөйләгәне булды: “Мин башҡа малайҙар кеүек колхоз эше башҡарып үҫтем. Дүртенсене бөткәс, ат менән бесән йыйған хәтерҙә. Тәүге эш хаҡым 60 һум, заманына күрә ул ҙур аҡса ине”.
Р.Ғ. Мәжитов Үрге Һаҙ мәктәбендә төплө белем ала. Ул осорҙа бында көслө, үҙ фәнен яратҡан уҡытыусылар эшләй: мәктәп директоры Ишмөхәмәт Сабашев, Ғәзиз Ибра­һимов, Мөршиҙә Ибраһимова, Рәшиҙә Вафина, Вәли Шәйәхмәтов һәм башҡалар. Шуға ла һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барыу уйы борсомай. Ун ике саҡрымда ятҡан “Октябрь” совхозы үҙәге – Мәҡсүт урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Һәләтле егет баян моңдары менән мәктәп са­раларын биҙәй, совхоз үҙәгендә үткән үҙешмәкәр артистар смотрҙарында сәхнә уртаһында ҡайнай. Уҡыу алдынғыһы өлгөргәнлек аттестаты алғас, 1974 йылда Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт һарайы директоры итеп эшкә ҡалдырыла.
1975 – 1977 йылдарҙа Рәмил Мәжитов Совет Армияһында хеҙмәт итә. Ярты йыллыҡ хәрби әҙерлек мәктәбен үткән кесе сержант танк командиры сифатында Приморьела ил һаҡлай. Сая командир Мәжитов ҡул аҫтындағыларға талапсан, ҡәтғи ҙә була белгән, кәрәк саҡта йылы һүҙе менән ҡанатландырған. Бындай сифаттары хәрби округта үткән күнекмәләр ваҡытында бик ярап ҡала, ул хеҙмәт иткән рота башҡа­ларҙан маневр оҫталығы менән айырылыр булған. Шуға кесе командир погонында яңы “һыҙыҡтар” өҫтәлә торған. Хеҙмәте тамамлана башлауға өлкән сержант старшина дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Беренсе класлы белгес, хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы, старшина Рәмил Мәжитов өсөн әрме мәктәбе ысын мәғәнәһендә өлгөрөү баҫҡысы, киләсәктә тағы ҡатмарлы үрҙәр яулау плацдармы булған. Ул ғүмере буйына рота старшинаһы, командир булып ҡалды шикелле. Күп төрлө етәксе вазифаларын башҡарғанда иғтибарлы, кеше фекерен тыңлаусы, эҙмә-эҙлекле була белде, осонманы, үтәй алмаҫты ҡушманы...
Үҙ ауылы мәктәбендә бер йыл уҡытып алғандан һуң, Р.Ғ. Мәжитов 1977–1983 йыл­дарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында юғары белем ала. Артабан Новониколаевск һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тәүге педагогик тәжрибә туплай. Күгәрсен районының мәғариф бүлеге 1985 йылда уны Волостновка урта мәктәбенә директор итеп үрләтә. Алдынғы ҡарашлы етәксенең 1996–2003 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Баш­ҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы исемдәре менән билдәләнде.
Р.Ғ. Мәжитов 2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәте аппаратына гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эштәре бүлегенә баш белгес итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан һуң Баш­ҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Күгәрсен районы хакимиәте башлығы итеп ҡуйыла. Республика етәкселегенең, район халҡының оло ышанысы ине ул. 2008–2010 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып, тағы ла яуаплыраҡ хеҙмәт башҡарҙы. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының рәхмәт хатына лайыҡ булды. Шул осорҙа Рәмил Мәжитов профессор А.А. Никифиров етәкселегендә сәйәсәт фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡланы.
Мәғарифтың барлыҡ үҫеш баҫҡыстарын үткән абруйлы белгесте, сәйәсәт фәндәре кандидаты, республикабыҙҙың “Йыл директоры” исеменә лайыҡ булған Р.Ғ. Мәжитовты республика етәкселеге Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры итеп тәғәйенләй. Ойоштороу һәләте, үҙ эшеңә бирелгәнлек, нимәгә тотонһа, аҙағына еткереү ҡанына һеңгән менеджер ҡыҫҡа ваҡыт эсендә институт бинаһын балҡытып ҡуйҙы. Беҙ, был уҡыу йортоноң уға тиклемгеһен яҡшы белгән кешеләр, Рәмил Ғиниәт улының эшмәкәрләгенә объектив баһа бирә алабыҙ.
...Уны юғалтыу беҙҙең өсөн бик ауыр. Эйе, был көндәрҙә беребеҙгә лә еңел булманы. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында, Р.Ғ. Мәжитов һуңғы көндәргә тиклем етәкләгән колледжда матәм саралары ойошторолдо, портреты аҫтына ҡыҙыл розалар һалынды, беҙҙе оло ҡайғы берләштерҙе. Тик бөгөнгө ауыр шарттар күп һанлы коллегалары, фекерҙәштәре, дуҫтары һәм халыҡ һөйөүен сағылдырырға мөмкинлек бирмәне, һуңғы юлға бергәләп оҙата алманыҡ.
Р.Ғ. Мәжитов бик оҙаҡ йылдар “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы” журналының редколлегия ағзаһы ине. Тәжрибәле уҡытыусы, оҫта етәксе, төплө ғалимдың һәр һүҙе, кәңәше редакция хеҙмәткәрҙәренә бик кәрәкле булды. Ул һәр мәҡәлә менән ентекләп танышты, үҙ фекерен белдерҙе, журналдың киләсәктәге йүнәлешен дөрөҫ билдәләй алды, кәңәшен еткерҙе. Редакцияла уның киң йылмайған асыҡ йөҙөн күреүҙе, йылы һүҙен ишетеүҙе һәр кем көтөп алыр булды. Йомартлығы таң ҡалдырыр ине. Журналдың ноябрь һанында мәрхүмдең ғилми мәҡәләһе, уның хаҡында йылы хәтирәләр баҫтырыу уға булған оло рәхмәтебеҙ булһын.
Рәмил Ғиниәт улының эш өҫтәлендә ейән-ейәнсәрҙәренең фотоһүрәттәре торор булды. Уларҙың барыһын да ҡәҙерләп тотто, сабый саҡтағы һүҙҙәрен, ҡылыҡтарын һөйләп алыр ине. Ҡәҙерле йәмәғәте Ынйы Хәким ҡыҙы менән бергәләп үҫтергән һөйкөмлө ҡыҙҙары Эльвира, Гүзәл һәм Айгөлдөң уңыштары өсөн шатланды, бынамын тигән кейәүҙәре менән ғорурланды. Яҡындары өсөн йәне өҙөлөп торҙо. Балаҡайҙары, көтмәгәндә килгән ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәһә ине, бөгөн был донъяла улар ҡәҙерлебеҙҙең яҡты һыны, йөҙө һәм киләсәктә атҡарыласаҡ изге эштәренең дауамы бит. Ҡырҡы тулған көндәрҙә беҙ шундай уйҙабыҙ: халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, оло йөрәкле шәхесе, яҡын дуҫыбыҙҙың рухы милләтебеҙ хәтерендә, замандаштарының изге ғәмәлендә йәшәр! Йәшәйәсәк! Халыҡ хәтерле бит ул!
Читайте нас