Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 15:38

Яңы техника хеҙмәтләндереү сифатын яҡшырта

Төбәк операторына ун машина тапшырылды.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыу һәм утилләштереү буйынса төбәк операторы “Дүртөйлөмелиоводстрой” өр-яңы ун берәмек махсус техника һатып алды.
Шуларҙың бишәүһе ошо көндәрҙә Нефтекаманы хеҙмәтләндереүгә тапшырылды. Ҡалғандары төбәк операторы эшләгән зоналағы башҡа муниципаль берәмектәргә юлланды.
Ошо рәүешле “Дүртөйлөмелиоводстрой” махсус техника паркын яңырта. Дөйөм алғанда, компания 55 сүп-сар йыйыу машинаһы һатып алған. Ойошмала белдереүҙәренсә, яңы машиналар файҙаланыуҙа уңайлы. Улар ярҙамында төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эште камиллаштырырға, экологик именлекте һаҡларға ниәтләй.
– Заманса техника беҙгә Нефтекамала ха­лыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине төбәк опера­то­рының генераль директоры Лилиә Нуғаева. – Алда Яңы йыл байрамы. Был осорҙа контей­нер­ҙарҙа сүп-сар бермә-бер арта. Юғары етеш­тереүсәнле техника ярҙамында ҡалдыҡ­тарҙы ситкә сығарыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ.
Әйткәндәй, яңы машиналар ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Был автомобиль паркының һөҙөмтәле эшен һәм онлайн тәртибендә сифатҡа юғары контролде тәьмин итә.
Читайте нас